
Эй, Аллаһтың ҡолдары! Аллаһы Тәғәлә тарафынан беҙгә, туҙа биргән иманыбыҙҙы яңыртыр өсөн мөмкинлек бирелер ваҡыт килеп етте. Беҙҙең өммәтебеҙ өсөн мөһим, Аллаһы Тәғәлә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙҙең (Уға Аллаһтың ризалығы һәм сәләме булһын) бөйөкләндергән изге айына керҙек.
شَهْرُ رَمَضَانَ الَّذِي أُنزِلَ فِيهِ الْقُرْآنُ هُدًى لِلنَّاسِ وَبَيِّنَاتٍ مِنَ الْهُدَى وَالْفُرْقَانِ
“Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланма өсөн һәм тура юлды аңлатыу һәм дөрөҫлөк менән ялғанды айырыу өсөн Ҡөрьән индерелде”
Ҡөрьән, “Һыйыр”сүрәһе 2:185
Аллаһ Тәғәлә өммәтебеҙгә был бөйөк айҙы ураҙала үткәрергә бойорған. Ул был айҙа “Әл-Ҡыям”ды , йәғни төнгө намаҙҙа тороуҙы билдәләгән. Был ай бөйөк өҫтөнлөктәргә һәм бик күп бүләктәргә бай.
Кем дә кем был бүләктәрҙән мәхрүм ителә, шул уңышһыҙлыҡҡа тарый һәм ҙур юғалтыу кисерә. Ә был бүләктәрҙе алған кеше, ҙур бәхеткә ирешә.
Эй, Аллаһтың ҡолдары! Рамаҙан айын, был ҙур ҡунаҡты беҙ тейешле кимәлдә ҡаршы алырға тейеш. Сөнки был ғибәҙәт ҡылыу, сабырлыҡ һәм Ҡөрьән айы! Иманлы кешегә был ҡунаҡты ғонаһ ҡылыу, эшһеҙлек менән уҙғарыу, файҙаһыҙ уйын-көлкө менән ҡаршы алыу тейешле түгел. Йәки был айҙа буш ваҡыт уҙғарыуҙарҙы, төндәрен файҙаһыҙ йоҡоһоҙ төндәр үткәреүҙе, фильмдәр, сериалдар ҡарап, уйындар уйнауҙы ниәт итеп ҡуйыуҙан тыйылыр кәрәк. Шулай уҡ, көндөҙөн йоҡлап, ялҡаулыҡта үткәреү бик насар күренеш.
Эй, Аллаһтың ҡолдары! Былтырғы Рамаҙандан бер йыл ваҡыт үткән! Бер йыл! Был ваҡыт эсендә беҙ нимәләргә ирештек? Мәңгелектә, Аллаһ Тәғәләнең мәрхәмәтенә ирешерлек яҡшылыҡтар әҙерләп ҡуйҙыҡмы? Ысынлап та, һәр үткән көнөбөҙ, беҙҙе үлемгә яҡынлаштыра. Нисек кенә был көндән ҡасырға, ҡотолорға тырышһаҡ та, һәр үткән көн аяуһыҙ шул минуттарға, шул мәлгә илтә. Аллаһ бит былай тип әйткән:
كُلُّ نَفْسٍ ذَائِقَةُ الْمَوْتِ
«Һәр йән эйәһе үлем татыясаҡ».
Ҡөрьән, “Имран ғаиләһе” сүрәһе, 3:185
قُلْ إِنَّ الْمَوْتَ الَّذِي تَفِرُّونَ مِنْهُ فَإِنَّهُ مُلَاقِيكُمْ
«Әйт: «Ысынбарлыҡта, һеҙ ҡасырға теләгән үлем, һеҙҙе мотлаҡ ҡаршы аласаҡ».
Ҡөрьән, “Йыйылыш” сүрәһе, 62:8
Шулай итеп, былтырғы Рамаҙандан алып, беҙ тағын бер йылға үлемгә яҡынайҙыҡ. Тоташ бер йылға! Ҡәберҙә ятыусылар бер йыл буйына, Аллаһтың ризалығына ирешер өсөн тағын бер генә көндө булһа ла күрергә өмөтләнеп ятты. Ә беҙ? Ә беҙ был йылды буш һүҙҙәр һәм буш эштәр менән бысранып, хаҡһыҙлыҡта һәм иғтибарһыҙлыҡта үткәрҙек. Донъяуи байлыҡтар артынан ҡыуып, бер-беребеҙ менән әрләшеп үткәрҙек. Һәм беҙҙең арабыҙҙан үлемдең йә бер, йә икенсе кешене тартып алып торғанын күреп торҙоҡ. Тик беҙ быға бер ҙә иғтибар итмәнек. Әйтерһең дә, был иҫкәртеү беҙҙең өсөн түгел. Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм мәңгелек тормошҡа әҙерләнегеҙ! Беҙгә унда оҙаҡламай барырға тура киләсәк.
Эй , Аллаһтың ҡолдары!
Рамаҙан айы , мосолмандар яңы айҙы күреүе менән башлана. Шәриғәттә — айҙы күреү, яңы ай башланыуын билдәләй, ә календарҙағы көндәрҙе һанау менән түгел. Әгәр ҙә, болотло көн йәки икенсе сәбәптәр арҡаһында айҙы күрә алмайҙар икән, тимәк Шағбан айын 30 көнгә тиклем тултырырға кәрәк. 30-сы Шәғбән тип һанала. Аллаһ Рәсүле ﷺ бойорҙо:
صُومُوا لِرُؤْيَتِهِ وَأَفْطِرُوا لِرُؤْيَتِهِ، فَإِنْ غُبِّيَ عَلَيْكُمْ فَأَكْمِلُوا عِدَّةَ شَعْبَانَ ثَلاَثِينَ
«Ураҙаны яңы айҙы күреү менән башлағыҙ Һәм яңы айҙы күреү менән туҡтатығыҙ. Әммә ләкин ай күренмәй икән, Шағбан айын утыҙға тултырып ҡуйығыҙ ».
Хәҙис әл-Бухари, (1909), Мөслимдән, (1081) алынды.
Эй, Алламдың ҡолдары! Бер кемдең дә ураҙаны бер көн, йә иһә ике көн алда башларға хоҡуғы юҡ. Тик был Шағбандың 29- сы, йә 30-сы көнөнә тап килгән ябай ураҙа тотоу менән бәйле булмаһа ғына. Тик шул осраҡта ғына мөмкин була, сөнки Аллаһ Рәсүле ﷺ былай тигән:
لاَ يَتَقَدَّمَنَّ أَحَدُكُم رَمَضَانَ بِصَوْمِ يَوْمٍ أَوْ يَوْمَيْنِ، إِلاَّ أنْ يَكُونَ رَجُلٌ كَانَ يَصُومُ
صَومَهُ، فَليَصُمْ ذَلِكَ اليَوْمَ
لا تقدموا رمضان بصوم يومٍ ولا يومين، إلا رجلٌ كان يصوم صومًا فليصُمْ
« Рамаҙанды бер-ике көн алдан тотма. Тик был кеше, үҙенең ябай ураҙаһын тотмаған хәлдә генә. Был осраҡта ул ябай ураҙаһын тотһон».
Хәҙисте әл-Бухари (1914), Мөслимдән (1082) .
Эй, Аллаһ ҡолдары, бынан тыш, “ Шикләнеү” көндәре бар. Кешеләр, был көн Шағбанмы, әллә Рамаҙанмы икәнен ниндәй ҙә булһа сәбәптәр, йә болотло көн арҡаһында белмәй икән, был көндө бер кемгә лә ураҙа тоторға ярамай. Ябай ураҙа тотоусыға ла (мәҫәлән, дүшәмбе көн шул “шикләнеү” көнөнә тап килде икән, ә ул дүшәмбе һайын сөннәт ураҙаһын тота икән), ураҙа тотмаусыларға ла. Бер кемгә лә ҡушылмай. Хәрәм була. Ғәммәрҙең (Аллаһ уның менән риза булһын) һүҙҙәренә ярашлы:
مَنْ صَامَ اليَوْمَ الَّذِي يُشَكُّ فِيهِ، فَقَدْ عَصَى أَبَا القَاسِمِ ﷺ
«Кем дә кем, шикләнеү булған көндәрҙә (Шағбанмы, әллә Рамаҙанмы) ураҙа тота икән, шул Әбүль Ҡасымға бойһонмай».
Әбү Дауд (2334), әт-Тирмиҙи (686) хәҙистәренән алынды.
Әбүль Ҡасым – ул Аллаһ Рәсүле ﷺ.
Эй, Аллаһтың ҡолдары! Аллаһ Тәғәлә Рамаҙанды тулыһынса күрергә насип итһен! Рамаҙанға тиклем йәшәгән хәлдә лә, беребеҙ ҙә уның аҙағына тиклем йәшәп етеребеҙҙе белмәйбеҙ. Уның аҙағынаса йәшәгән хәлдә лә, икенсе Рамаҙанды күрергә насип буламы, юҡмы икәне лә бер кемгә лә билдәле түгел.
Шулай булғас, хәҙерҙән үк, Аллаһ теләгәндәрҙе утәргә ниәтләнергә һәм Аллаһ теләгәнсә эштәр башҡарырға тейешлебеҙ. Беҙ ғонаһтарҙы ҡалдырып, уларҙы Рамаҙан үткәс тә башҡармаҫҡа бурыслыбыҙ. Ураҙағыҙҙы һәр төрлө зыяндан, насарлыҡтан һаҡлағыҙ.
Эй, Аллаһтың ҡолдары, был айҙа буш һәм файҙаһыҙ һөйләшеүҙәрҙән арынығыҙ. Сөнки улар, йөрәктең үлеүенең һәм ҡарайыуының сәбәбе булып тора. Киреһенсә, был айҙы Изге Ҡөрьән уҡыу, зикрҙәр әйтеү, доғалар һорау, истиғфар (Аллаһтан ғәфү үтенеү) менән үткәрегеҙ. Был бит ҙур мөмкинселек. Был ваҡытты күберәк мәсеттә үткәрегеҙ, күберәк Аллаһ ризалығы өсөн саҙаҡа таратығыҙ, сөнки Аллаһ рәсүле ﷺ кешеләр араһында иң йомарты булған, әммә ләкин Рамаҙан айында ул икенсе ваҡытҡа ҡарағанда ла йомартыраҡ булған. Шулай булғас, әйҙәгеҙ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ миҫалында йәшәйек. Ул ﷺ үҙенең илселәрен Рамаҙан айы етеү менән ҡыуандырған һәм был айҙың көнөн дә, төнөн дә ғибәҙәттә үткәрергә саҡырған.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ былай тигән:
إِذَا دَخَلَ رَمَضَانُ فُتِّحَتْ أَبْوَابُ الرَّحْمَةِ، وَغُلِّقَتْ أَبْوَابُ جَهَنَّمَ، وَسُلْسِلَتِ الشَّيَاطِينُ
وعن أبي هريرة، أَنَّ رسولَ اللَّهِ ﷺ قالَ: إِذا جَاءَ رَمَضَانُ، فُتِّحَتْ أَبْوَابُ الجنَّةِ، وغُلِّقَت أَبْوَابُ النَّارِ، وصُفِّدتِ الشياطِينُ متفقٌ عَلَيْهِ.
«Рамаҙан етеү менән, Йәннәт ҡапҡалары асыла, ә Йәһәннәм ишектәре ябыла, оло шайтандар бығаулана».
Хәҙис әл-Бухари (1800), Мөслимдән (1079) алынды.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең илселәренә былай тигән:
أَتَاكُمْ رَمَضَانُ شَهْرٌ مُبَارَكٌ فَرَضَ اللَّهُ عَزَّ وَجَلَّ عَلَيْكُمْ صِيَامَهُ تُفْتَحُ فِيهِ أَبْوَابُ السَّمَاءِ وَتُغْلَقُ فِيهِ أَبْوَابُ الْجَحِيمِ وَتُغَلُّ فِيهِ مَرَدَةُ الشَّيَاطِينِ لِلَّهِ فِيهِ لَيْلَةٌ خَيْرٌ مِنْ أَلْفِ شَهْرٍ مَنْ حُرِمَ خَيْرَهَا فَقَدْ حُرِمَ
«Һеҙгә Рамаҙан айы килде – изге ай. Аллаһ был айҙы ураҙала үткәрергә фарызланы. Был айҙа күктәге ишектәр асыла, ә Йәһәннәм уты ишектәре ябыла, тыңлауһыҙ шайтандарға бығауҙар кейҙерелә. Был айҙа шундай төн бар, был төн мең айҙан да яҡшыраҡ. Кем уның мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалған – ул иң бөйөк бәрәкәттән мәхрүм ҡалған».
Хәҙисте Әхмәт, (2/230), ән-Насаи, (4/129), әл-Бәйхәҡи «Шуаб әл-Иман» китабында, (3600) килтергәндәр.
Ибн Рәжәп ( Аллаһтың ризалығы уға булһын) әйткән:
«Был хәҙис, мосолмандар бер береһен Рамаҙан айы етеү менән ҡотлай һәм шатландыра ала икәнен дәлилләй».
Иманлы кеше, Рамаҙан айында Йәннәт ишектәре асылғанын һәм Йәһәннәм ишектәрен ябылғанына. Шайтандарҙың бығауланғанын белә тороп нисек шатланмаһын инде?
Аҡыллы кеше быға шатлана ғына!
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ былай тигән:
а н башҡаإِذَا كَانَ أَوَّلُ لَيْلَةٍ مِنْ شَهْرِ رَمَضَانَ صُفِّدَتِ الشَّيَاطِينُ، وَمَرَدَةُ الجِنِّ، وَغُلِّقَتْ أَبْوَابُ النَّارِ، فَلَمْ يُفْتَحْ مِنْهَا بَابٌ، وَفُتِّحَتْ أَبْوَابُ الجَنَّةِ، فَلَمْ يُغْلَقْ مِنْهَا بَابٌ، وَيُنَادِي مُنَادٍ: يَا بَاغِيَ الخَيْرِ أَقْبِلْ، وَيَا بَاغِيَ الشَّرِّ أَقْصِرْ، وَلِلَّهِ عُتَقَاءُ مِنَ النَّارِ، وَذَلكَ كُلُّ لَيْلَةٍ
«Рамаҙандың беренсе төнө еткәндә, шайтандар һәм ендәр бығаулана, тамуҡ уты ябыла һәм береһе лә асылмай, Йәннәт ишектәре асыла һәм береһе лә ябылмай. Һәм хәбәрсе саҡыра: «Эй, яҡшылыҡ эшләргә теләүселәр — алға ынтылығыҙ! Эй, насарлыҡ эшләргә теләүселәр — үҙ ниәтегеҙҙән баш тартығыҙ!» Аллаһтың Рамаҙанда тамуҡ утынан яҡлап алыусы кешеләре була».
Хәҙис әт-Тирмизи, (682), ән-Насаи, (4/126); Ибн Маджах, (1642); Ибн Хузайма, (1776); Ибн Хиббан, (3435) алынды. ( Ышаныслы)
Әльхәмдули-Лләх! Төрмәлә ултырыусы кеше, азат ителеүе тураһында ишетһә, нисек шатланыр ине! Аллаһу Әкбәр! Бөйөк Раббыбыҙ, Рамаҙан айында тамуҡ утынан азат ителеүҙе бирә. Һәм был һәр бер төндә була! Нисек инде ашыҡмаҫҡа? Нисек инде был мөмкинселек менән файҙаланмаҫҡа?
Хәҙистә әйтелеүенсә:
من صَام رمضان إيِمَانًا واحْتِسَابًا، غُفِر له ما تَقدَّم من ذَنْبِه
«Кем Рамаҙан айында Аллаһтың ризалығына иман, ышаныс (беренсе шарт) һәм өмөт (икенсе шарт) менән ураҙа тота икән, уға алдағы ғонаһтары ғәфү ителәсәк».
Хәҙис әл-Бухари, (37, 38, 1901); Мөслим, (759 и 760) дан алынды.
Аллаһу Әкбәр!
Әгәр ҙә кеше ҙур ғонаһтар эшләгән икән, тимәк, ул, Аллаһҡа тәүбә итергә бурыслы. Бына ниндәй ул Аллаһтың мәрхәмәте һәм бүләге!
قُلۡ بِفَضۡلِ ٱللَّهِ وَبِرَحۡمَتِهِۦ فَبِذَ ٰلِكَ فَلۡیَفۡرَحُوا۟ هُوَ خَیۡرࣱ مِّمَّا یَجۡمَعُونَ﴾ ﴿
«АллаҺтың йомартлығы һәм Уның рәхмәте менән»,— тип әйт, улар шуға шатланһын. Был улар йыйған нәмәләрҙән изгерәк».
Ҡөрьән, Юныс сүрәһе, 10:58
Эй, Аллаһтың ҡолдары! Сәхәбәләр бер-береһен Рамаҙан айы башланыу менән шатландырған. Рамаҙан айы башланыуға 6 ай ҡалғас, Аллаһтан шул айҙы күреүҙе һорағандар, ә Рамаҙандан һуң 6 ай дауамында шул Рамаҙан уларҙан ҡабул булыуын һорағандар.
Яхья ибн әбү Кәҫир әйтеүенсә, сәхәбәләрҙең айырым доғаһы булған. Улар былай тип һораған :
اللَّهُمَّ سَلِّمْنِي إلى رَمَضَان، وَسَلِّمْ لِي رَمَضَان، وَتَسَلَّمْهُ مِنِّي مُتَقَبَّلًا
«Аллаһумма саллимни иля Рамадан, уа саллим ли Рамадан, уа тасаллямһу минни мутаҡаббаля»
«Йә, Аллам! Рамаҙанға тиклем мине йәшәт, уны яҡшы итеп үткәрергә мөмкинселек бир һәм уны минән ҡабул ит».
Тәрәүих намаҙын ҡалдырмағыҙ! Унан баш тартмағыҙ! Был Аллаһтан мөмкинлек! Уны иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, сөнки был һеҙҙең алдығыҙға килтерелгән изгелек! Пәйғәмбәребеҙ ﷺ былай ти:
الصلاة خير موضوع فمن استطاع أن يستكثر فليستكثر
«Был намаҙ — алдығыҙға түшәлеп ятҡан изгелек. Кем күберәк ала ала, шул күберәк алһын».
Хәҙис Әхмәт, ат-Табаранинан алынды. (ышаныслы)
Белегеҙ, ураҙа тотоу ниәте иртәнге намаҙға тиклем булырға тейеш. Иртәнге намаҙ ваҡыты етеүгә тиклем. Әгәр ҙә, кеше намаҙ ваҡыты еткәс ураҙа тоторға ниәтләнһә, был көндө уның ураҙаһы ҡабул булмай. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ был хаҡта былай ти:
من لم يبيِّتِ الصِّيامَ قبلَ الفَجرِ، فلا صيامَ لَهُ
«Әгәр ҙә кеше, иртәнге намаҙға тиклем ураҙа тоторға ниәтләнмәһә, уның ураҙаһы юҡ тигән һүҙ».
Хәҙисте Әбу Дауд, Ибн Маджах, әт-Тирмизи, ән-Нәсаи еткерә. (ышаныслы)
Тик, был һүҙ менән ниәт әйтергә кәрәк тигәнде аңлатмай. Ҡайһы бер кешеләр: “Мин бөгөн ураҙа тоторға ниәтләнәм,” тип әйтәләр. Юҡ! Ниәт йөрәктә булырға тейеш. Уны һүҙҙәр менән әйтергә кәрәкмәй.
Һеҙҙең һәр кемегеҙҙең балалары, ҡатындары, һеҙ яуаплы булған кешеләрегеҙ бар. Һәм улар был айҙы нисек үткәреүе тик һеҙҙең яуаплылығыҙҙа. Шуға күрә, һеҙҙең бәлиғ булмаған балаларығыҙ булһа, уларҙы ураҙа тоторға өйрәткән саҡта уларға зыян килтермәй генә өйрәтегеҙ. Әгәр ҙә һеҙҙең бәлиғ булған балаларығыҙ булһа, уларға ураҙа тоторға бойороғоҙ! Сөнки был Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәтендә әмер ителгән.
Аллаһ Тәғәләнән, беҙҙе Рамаҙан айына тиклем йәшәтһен һәм был айҙы иң яҡшы ғибәҙәттә үткәрергә, Аллаһҡа үҙебеҙҙе иң яҡшы яҡтан күрһәтергә насип булһын, тип һорайбыҙ!
اللَّهُمَّ سَلِّمْنا إلى رَمَضَان، وَسَلِّمْ لنا رَمَضَان، وَتَسَلَّمْهُ مِنَّا مُتَقَبَّلًا