Автор (Аллаһ уға мәрхәмәтле булһын), китаптың инеш һүҙен Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләне маҡтауҙан башлай: الحَمْدُ لِلَّهِ رَبِّ العَالَمِينَ «Барса маҡтауҙарыбыҙ Ғәләмдәр Раббыһы Аллаһ Тәғәләгә булһын!». Һуңынан пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә (Салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), уның ғәиләһенә һәм бөтә булған сәхәбәләренә доға ҡыла.
Аллаһтың үҙ ҡолона ҡарата иң бөйөк ниғмәттәре ул — Ислам һәм Сөннәт, сөнки кешеләр бөгөн, иң мөһиме, үҙ динен белеү өсөн ҙур ихтыяжлыҡ кисерәләр. Аллаһ бит Үҙ ҡолдарын, Уға бер кемде лә тиңдәш итеп ҡуймай, тик Уға, бер Үҙенә генә табынһындар өсөн барлыҡҡа килтерҙе. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә шулай уҡ кешеләргә Үҙенең илселәрен-пәйғәмбәрҙәрен ебәрҙе, Изге Китаптарын төшөрҙө, Үҙенең пәйғәмбәрен Мөхәммәтте (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) Үҙ етәкселеге (илаһи яҙмаһы) الْهُدَى (әль-һүдәә) һәм хаҡ дине менән ебәрҙе, икенсе төрлө әйткәндә, ғилем һәм ғәҙел (изге) ғәмәле менән ебәрҙе. Пәйғәмбәребеҙ (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙ өммәтенә Аллаһҡа яҡынайыу өсөн һәр ғәмәлгә асыҡлыҡ индерҙе, ул аңлатмайса һәм күрһәтмәйсә ҡалған бер ғәмәл дә юҡ. Һәм шулай уҡ, Пәйғәмбәребеҙ (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙ өммәтен Аллаһтан йырағайта торған ғәмәлдәрҙән ҡурсалау өсөн, уларҙың барыһын да иҫкәртте.
Һәм Пәйғәмбәр (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙ Мөрәжәғәтен رِسَالَة (рисәәлә) тулыһынса еткермәйенсә, үҙенә йөкмәтелгән яуаплылыҡты үтәмәйенсә, үҙ өммәтенә ихласлығын күрһәтмәйенсә, күҙҙәрҙән ҡараңғылыҡ пәрҙәһен كَشَفَ الغُمَّةَ (кяшяфа-ль-гъумма) сисмәйенсә (бында төрлө яңылышыуҙар тураһында һүҙ бара) был донъянан китмәне.
Һәм Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә әйтте:
الْيَوْمَ أَكْمَلْتُ لَكُمْ دِينَكُمْ وَأَتْمَمْتُ عَلَيْكُمْ نِعْمَتِي وَرَضِيتُ لَكُمُ الْإِسْلَامَ دِينًا
«Бөгөн һеҙҙең динегеҙҙе мөкәммәл иттем, һеҙгә тигән ниғмәтемде тамам иттем һәм һеҙҙең өсөн әҙерләнгән Ислам динен хуп күрҙем».
Ҡөрьән, “Табын” сүрәһе, 5:3
Һуңғыларҙан булып төшкән ошо Ҡөрьән аяты нимәгә күрһәтә? Ул ошо диндең тулы һәм камил булыуын күрһәтә, һәм Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә әйтә, Уның ниғмәте ошо диндең тулыһынса еткерелеүендә. Ислам динендә бер ниндәй ҙә өҫтәмәләрҙең кәрәге юҡ, шуның өсөн дә ниндәй ҙә булһа яңылыҡ, йә берәй яңы әйбер дингә индерелә икән, ул был диндән булмаясаҡ.
Шуның өсөн ابْنُ مَاجِشُون Ибн Маджишунан хәбәр ителә: “Мин Малик нимә әйткәнен ишеттем:
مَنْ ابْتَدَعَ فِى الإِسْلَامِ بِدْعَةً يَرَاهَا حَسَنَةً, فَقَدْ زَعَمَ أَنَّ مُحَمَّدًا ﷺ خَانَ الرِّسَالَة
«Кем ошо дингә ниндәйҙер яңылыҡ керетеп, ошо яңылыҡты яҡшы тип һанай икән, тимәк ул Мөхәммәтте уға һалынған илсе миссияһына ҡарата хыянатсылыҡ эшләгән икән, тип һанай (Йәғни бөтә нимәне еткермәгән). Сөнки Аллаһ әйтә:
الْيَوْمَ أَكْمَلْتُ لَكُمْ دِينَكُم
«Бөгөн һеҙҙең динегеҙҙе мөкәммәл иттем … »
فَمَا لَمْ يَكُنْ يَوْمَإِذٍ دِينًا, فَلَا يَكُونُ اليَوْمَ دِينًا
«Һәм нимә элек дин була алмаған, шулай уҡ, бөгөн дә дин була алмай».
Ҡар. «әль-И’тисам» имам әш-Шәтыби 1/25.
Был китап һорау һәм яуаптарҙан тора. Уның исемен автор “Бәләкәйҙәр өсөн һорауҙар һәм яуаптар” أَسْئِلَةٌ وَأَجْوِبَةٌ لِلصِّغَارِ (асъилятун уа аджуибатун лис-сыгъар), тип атаған, әммә ошо һорау-яуаптарһыҙ шулай уҡ ололар ҙа бер ни хәл итә алмайҙар. Асылда, был бәләкәй генә ғилми әҫәр.
* * *
1
Беренсе һорау: مَنْ رَبُّك «Кем һинең Раббың?»
Һорауға яуап: رَبِّيَ اللهُ «Минең Раббым – Аллаһ».
Кешене ҡәбергә һалғас, унан өс әйбер тураһында һорарҙар (йәғни уға өс һарау биреләсәк). Ошо һорауҙарҙың беренсеһе ул– бөйөк һорау, һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән һүҙҙәре шуға дәлил:
فَيَأْتِيهِ مَلَكَانِ, فَيُجْلِسَانِهِ فَيَقُولَانِ لَهُ : مَنْ رَبُّكَ ؟ فَيَقُولُ : رَبِّيَ اللهُ
«Уға ике фәрештә килер һәм уны ултыртырҙар, һәм уға әйтерҙәр: «Кем һинең Раббың?», һәм ул яуап ҡайтарыр: «Минең Раббым — Аллаһ».
Хәдиҫте (Хәҙисте) имам Әхмәд (18534) еткергән. Хәдиҫтең дөрөҫлөген шейх әл-Әлбәни “Сәхих әл-Джәмиғ” китабында раҫлаған.
Был һорауҙың мөһимлеге шунда: Аллаһ ҡоло үҙ Раббыһы тураһында белергә бурыслы, ни өсөн тигәндә Аллаһ бит ен менән кешеләрҙе барлыҡҡа килтергән; һәм ҡолдарын Үҙ-Үҙе менән менән таныштырыу маҡсатында, Уны белһендәр өсөн, уларға пәйғәмбәрҙәрҙе һәм изге Китаптарын ебәргән. Аллаһты таныу مَعْرِفَةُ اللهِ (ма’рифату-Ллах) – ул тәрән аҡыллы мәғәнәләрҙән, тәрән аҡыллы маҡсаттарҙан тора, һәм шуның өсөн Аллаһ кешеләрҙе һәм бар мәхлүктәрҙе барлыҡҡа килтергән.
Кемдер әйтер, Аллаһ (Сүбхәнәһү үә Тәғәлә) кешене ғибәҙәт ҡылыр өсөн барлыҡҡа килтергән. Дөрөҫ, ләкин Аллаһ (Сүбхәнәһү үә Тәғәлә) шулай уҡ икенсе нимәне лә иҫәпкә алған, тимәк Аллаһы Тәғәлә ғөмүмән кешелекте өс тәрән мәғәнә менән, өс тәрән маҡсат менән барлыҡҡа килтергән, һәм улар үҙҙәренән-үҙҙәре ағып сығалар һәм үҙ-ара тығыҙ бәйләнештәләр.
- Кешеләрҙе барлыҡҡа килтереүҙең беренсе маҡсаты, улар үҙ Раббыһын белһендәр өсөн. Аллаһы Тәғәлә аяттары уға дәлил булып тора:
اللَّهُ الَّذِي خَلَقَ سَبْعَ سَمَاوَاتٍ وَمِنَ الْأَرْضِ مِثْلَهُنَّ يَتَنَزَّلُ الْأَمْرُ بَيْنَهُنَّ لِتَعْلَمُوا أَنَّ اللَّهَ عَلَى كُلِّ شَيْءٍ قَدِيرٌ وَأَنَّ اللَّهَ قَدْ أَحَاطَ بِكُلِّ شَيْءٍ عِلْمًا
«Аллаһ — ете ҡат күкте һәм шулай уҡ ерҙе яралтҡан Раббы. (Аллаһтың) фармандары шулар араһынан иңеп (еткерелеп) тора, һеҙ белһен өсөн. Шулай итеп, Аллаһтың бөтөн нәмәгә ҡөҙрәте еткәнлеген һәм һәр нәмәне ғилеме менән урап алғанын беләһегеҙ».
Ҡөрьән, “Талаҡ” сүрәһе, 65:12
Йәғни Аллаһ әйтә, беҙ белһен өсөн Ул күк менән ерҙе яралтҡан, Аллаһ Бөйөк икәнен, Аллаһ һәр нимәне ғилеме менән урап алғанын, йәғни беҙ Уны белһен өсөн. Был кешелекте барлыҡҡа килтереүҙә беренсе хиҡмәтле маҡсат.
- Кешеләрҙе барлыҡҡа килтереүҙең икенсе маҡсаты – һынау الابْتِلَاءُ (аль-ибтиляя), имтихан الاخْتِبَارُ (аль-ихътибар). Быға Аллаһы Тәғәләнең “Хакимият” (Мульк) сүрәһенең аяты дәлил булып тора:
الَّذِي خَلَقَ الْمَوْتَ وَالْحَيَاةَ لِيَبْلُوَكُمْ أَيُّكُمْ أَحْسَنُ عَمَلًا
«Аллаһ кемдең изгелек ҡыласағын һынап ҡарар өсөн, үлемде, йәшәйеш-тормошто бар итте …».
Ҡөрән, “Хакимият” сүрәһе, 67:2
Нимә ул изгелек العَمَلُ الحَسَنُ (аль-ғәмәлю әл-хәсән)? Изгелек, йәғни изге ғәмәлдәр, улар ике критерийға яуаплы: ул ғәмәлдәр ихлас күңелдән тик Аллаһы Тәғәләгә бағышланырға тейеш خَالِصًا للهِ (ли-Ллях хъалисан) һәм ул дөрөҫ булырға тейеш, йәғни Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (СалляЛлаху ғәлейһи үә Сәлләм) сөннәтенә ярашлы صَوَابًا عَلَى سُنَّةِ رَسُولِ اللهِ (сауабан ғаля суннати расули-Лләһ). Тимәк, был кешелекте барлыҡҡа килтереүҙең икенсе маҡсаты булды.
- Кешеләрҙе барлыҡҡа килтереүҙең өсөнсө маҡсаты – ул бер кемде лә Аллаһы Тәғәлә менән тиңдәш ҡуймай, Бер Үҙенә генә табыныу,. Аллаһы Тәғәләнең “Таратыусылар” (аз-Зарийат) сүрәһенең аяты быға дәлил булып тора:
وَمَا خَلَقْتُ الْجِنَّ وَالْإِنسَ إِلَّا لِيَعْبُدُونِ
«Мин ендәрҙе лә, кешеләрҙе лә: бары тик Миңә ғибәҙәт ҡылһындар (табынһындар) өсөн, тип яралттым.».
Ҡөрән, “Таратыусылар” сүрәһе, 51:56
Ошо һүҙҙәр: لِيَعْبُدُونِ «Миңә табынһындар өсөн» — аңлатыуы لِيُوَحِّدُونِي (ли-йууаххидунии), йәғни Аллаһы Тәғәләнең Тәүхиден тотоу, Бер Үҙенә генә табыныу һәм Уны таныу (белеү).
Тимәк, нимә ул “Кешеләрҙе лә, ендәрҙе лә бары тик Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн, тип яралттым”? Ул бер Аллаға табыныу йәғни Тәүхид өсөн, Аллаһты таныһындар өсөн, сөнки билдәле, әгәр Аллаһты ҡол белә икән, тимәк Уңа бер кемде лә тиңдәш тотмай, Уның Бер үҙенә генә табынасаҡ. Был бик мөһим һүҙҙәр.
Күп илаһҡа ышаныу (йәғни ширк) нимәнән килеп сыға һәм ни өсөн кешеләр йә Аллаһ менән бергә, йә Аллаһтан башҡа ниндәйҙер икенсе илаһтарға табына башлайҙар? Сәбәбе уның Раббыбыҙҙы тейешлесә белмәүҙә. Әгәр ҡол Аллаһты белә икән, тимәк ул Уға бер кемде лә тиңдәш итеп тотмайынса, Уның Бер Үҙенә генә табынасаҡ. Әгәр Аллаһтың хаҡын белмәй икән, шунда инде ул ширк ҡыла (күп илаһҡа ышаныу) башлай, Уңа табыныуҙа тиңдәш ҡуя, ышанмауын күрһәтә. Шуның өсөн ни тиклем Аллаһы Тәғәлә тураһында белеме күберәк, шул тиклем ул Аллаһты таный, шул тиклем уның Аллаһҡа табыныуы, бөйөкләүе һәм Аллаһ алдында ҡурҡыуы, Уңа өмөтләнеүе күбәйә һәм тейешле итеп Уның әмерҙәрен үтәүе көсәйә.
Кешеләр араһында рәсүлдәр Аллаһы Тәғәләгә иң камил ғибәҙәт ҡылыусы һәм Аллаһтан иң ныҡ ҡурҡыусыларҙан булғандар. Ни өсөн рәсүлдәр иң нығы Аллаһтан ҡурҡыусыларҙан һаналғандар һәм ғибәҙәт ҡылыуҙары иң камил булған? Аллаһ тураһында иң камил белемгә эйә булыуҙары арҡаһында. Шуның өсөн Аллаһы Тәғәлә әйтә:
إِنَّمَا يَخْشَى اللَّهَ مِنْ عِبَادِهِ الْعُلَمَاء
«Ғалим кеше Аллаһтың язаһынан ҡурҡа (сөнки ул — уҡыған, белемле. Наҙан кеше генә Аллаһты бар тип тә белмәй)».
Ҡөрьән, “Яралтыусы” сүрәһе, 35:28
Йәғни, күпме Аллаһы Тәғәләне күберәк белһәләр, шул тиклем Унан улар күберәк ҡурҡалар һәм Уңа шул тиклем әйбәтерәк ғибәҙәт ҡылалар. Һәм Аллаһ тураһында иң күп белеүселәрҙән, улар рәсүлдәр الرُّسُلُ (ар-русуль) , уларҙан һуң ғилемгә эйә булыусылар العُلَمَاءُ (аль-‘уляма). Шуның өсөн дә инде пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтә:
إنِّي لَأَرْجُو أَنْ أَكُونَ أَخْشَاكُمْ لِلَّهِ ، وَأَعْلَمَكُمْ بِمَا أَتَّقِي
«Мин һеҙҙең арала Алланан иң ҡурҡҡандарынандыр тип ышанам һәм нимәнән һаҡ булыуҙа иң белеүселәрҙән».
Хәдиҫ(Хәҙис) имам аль-Бухари (20) һәм имам Муслим (1110) йыйынтыҡтарында килә. Шейх әл-Әлбани хәдиҫте хаҡ тип дөрөҫләгән. Ҡар. «Сәхих аль-Джами’ әс-сәғъир» (1533).
Алланы белеү әһәмиәтлегенә күрһәткән Муғәз ибн Джәбәлде Йеменға ебәргән ваҡытта пәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм ) әйткән һүҙҙәре ул:
إِنَّكَ تَقْدَمُ عَلَى قَوْمٍ مِنْ أَهْلِ الكِتَاب
«Ысынлыҡта һин яҙма халҡы эйәләренә килерһең. Нимәгә һин уларҙы иң беренсе саҡырырһың, ул булһын:
أَنْ يُوَحِّدُواْ اللهَ تَعَالَى
Алланы берәү итеп Тәүһид динен тота башлаһындар (йәғни бер Аллаға ғына табынһындар).
فإِذَا عَرَفُواْ ذَلِكَ
Әгәр улар шуны белһәләр,
فَأَخْبِرْهُمْ أَنَّ اللهَ قَدْ فَرَضَ عَلَيْهِمْ خَمْسَ صَلَوَاتٍ فِي يَوْمِهِمْ وَلَيْلَتِهِمْ
шунда һин Аллаһы Тәғәләнең уларға көн әйләнәһенә биш намаҙ бойороуын хәбәр ит».
Хәдиҫте (Хәҙисте)имам аль-Бухари (7372) һәм имам Муслим (19) еткергән.
Иғтибар итегеҙ, бында Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Мүғәҙгә: “Һин яҙма халҡы эйәләренә килерһең”, йәғни ул уны билдәле ғилем эйәләре булған Йемен халҡына ебәрә, уларҙың яҙмалары ла була һәм улар ябай халыҡ булмайҙар. “Иң беренсе нимәгә һин уларҙы саҡырырһың, булһын ул: Алланы берәү итеп Тәүһид динен тота башлаһындар”, йәғни бер Аллаға ғына табынһындар. “Әгәр улар шуны белһәләр…” Иғтибар итегеҙ, Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Мүғәҙгә уларҙы Аллаһтың Тәүхиденә саҡыр һәм улар Аллаһҡа ғына حَتَّى يَعْرِفُواْ اللهَ (хатта йа’рифу-Ллаха), ғибәҙәт ҡылһындар, тип әмер бирә, хәттә улар Алланы танып, Уның Бер үҙенә генә ғибәҙәт ҡыла башлағансы, һәм нимәне булһа ла Уңа тиңдәш итеп тотоуҙан баш тартҡансы.
Шуның өсөн, мосолман кешеһе Уның күркәм исемдәре һәм юғары сифаттары менән танышып, Уның ҡушҡаны һәм тыйғаны менән һәм шулай уҡ Уның хөкөмдәре менән танышып, Уның нимә яратҡаны, нимә яратмағаны менән танышып, Аллаһты таный белергә тейеш – былар барыһы ла “Аллаһты белеү” гә керә مَعْرِفَةُ اللهِ (ма’рифату-Ллах). Кем Аллаһты танып белә, шул Уға ҡарата тейешле итеп ғибәҙәт ҡыла, Тәүхидкә — Аллаһы Тәғәләнең берлегенә ышана, ширк һәм көфөрлөктө кире ҡаға. Һәм шулай ул өсөнсө бурысын үтәй: изге ғәмәлдәрҙе ихлас күңелдән үтәп, Аллаһ ризалығы өсөн һәм Сөннәткә ярашлы итеп эш итеп, һынауҙарҙы тейешле кимәлдә үтәй.
Был өс маҡсат бер-береһе менән ошолай бәйләнгәндәр: беренсеһе , ул — Аллаһты (Сүбхәнәһү үә Тәғәлә) таныу, беҙ Уны белергә тейешбеҙ; әгәр Аллаһты беләһең икән, унан икенсе маҡсат килеп сыға – Уға ҡарата тейешле ғибәҙәт ҡылыу, бер Аллаһҡа ғына табыныу; Һәм өсөнсө маҡсат, ул — Аллаһы Тәғәлә хуплаған иң яҡшы ғәмәлдәр имтиханын үтеү. Уның асылы ошо: барса изге ғәмәлдәрҙе ихлас күңелдән тик Аллаһ ризалығы өсөн генә үтәү һәм Сөннәткә ярашлы эш итеп йәшәү.
Ҡәберҙә бирелгән һорауҙы, منْ رَبُّكَ «Кем һинең Раббың?» , кемдер бәлки бигерәк еңел һорау, тип әйтер. Әйе, һорау еңел, һәм яуабы ла еңел: «Раббым – Аллаһ!». Әммә ҡол был донъяла үҙенең ныҡлығын күрһәтмәй икән, ул ҡәберҙә ышанысын юғалта, һәм унда бирелгән һорауға дөрөҫ яуап бирә алмаясаҡ. Тимәк, Аллаһ ҡоло был донъяла ныҡлы ышаныслы булмаһа, ҡәберҙә биреләсәк һорауҙар алдында ла ул юғалып ҡаласаҡ, һәм минең Раббым – Аллаһ, тип дөрөҫ итеп яуап бирә алмаясаҡ.
Әгәр кеше ҡәберҙә مُنْكَرٌ Мункәр һәм نَكِيرٌ Нәкир тигән ике фәрештәнең һорауҙар биреүе, һәм шулай уҡ ҡәберҙә икенсе мөһим әйберҙәр буласағы тураһында уйланһа һәм ентекләп ҡараһа, ул ошо буласаҡ һорауҙар алдында Аллаһтан үҙен ныҡ һүҙ менән нығытыуын һорау ниндәй бөйөк ихтыяж көсөнә мохтаж булыуын беләсәк һәм аңлаясаҡ.
Һин ҡәберҙә икәнһең, ошо ике фәрештәнең килеүен һәм шулай уҡ күп ҡурҡыныс һәм бөйөк ваҡиғалар булыуын күҙ алдыңа килтереп ҡара. Әлбиттә, бының өсөн кешенең йөрәгендә бөтә нимә шул тиклем ныҡ булырға тейеш, был донъяла Аллаһҡа табыныуы һәм ғилеме көслө булырға тейеш; Аллаһ – Ул бит Раббым, ошо яуапты биреү өсөн унда, ошондай ҡурҡыныслыҡта бик ныҡ булыу кәрәк. Бынан инде, аң һәм аҡыл аша, Аллаһтан (Субханаһү үә Тәғәләнән) Ул беҙҙе ныҡ һүҙ менән нығытһын өсөн بِالقَوْلِ الثَّابِتِ (биль-къаулис-саабит), Унан тере саҡта дөрөҫ итеп нимәне һорау мөмкинселеге килеп тыуа.
Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шулай уҡ ҡәберҙә ҡаушап ҡалған, икеләнеп яуап биргән кеше хәле тураһында былай тип хәбәр итте:
فَيَأْتِيهِ مَلَكَانِ, فَيُجْلِسَانِهِ
«Уға ике фәрештә килеп, эргәһенә ултырырҙар.
فَيَقُولَانِ لَهُ : مَنْ رَبُّكَ ؟
Һәм әйтерҙәр уға: «Кем һинең Раббың?», һәм ул яуап ҡайтарыр:
هاه هاه ! لا أدري …
«Һәә-Һәә, мин белмәйем».
Хәдиҫте (хәҙисте) имам Әхмәд (18534) килтергән. Шейх әл-Әлбани хәдиҫте (хәҙисте) хаҡ тип раҫлаған. Ҡар. «Сәхих әль-Джәми’» (1676).
Йәғни, бында Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡәберҙә шикләнгән, ҡаҡшап ҡалған кешегә ошо һорауға яуап биргәндә ярҙам күрһәтелмәйәсәге тураһында хәбәр итә. Ә кемгә ҡарата ярҙам күрһәтеләсәк? Кем был донъяла ныҡ булған, кем Аллаһ уның Раббыһы икәнен белеп, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылған, йәғни Уға табынған, буйһонған. Ә кем был донъяла шикләнгән, икеләнгән, ул унда шулай уҡ Аллаһ ярҙамын تَوْفِيقٌ (тауфик) алмаясаҡ. Аллыһ Тәғәлә уны нығытмаясаҡ, һәм ул ошо еңел кеүек тойолған һорауға ла яуап бирә алмаясаҡ.
Һәм бында ابْنُ عُثَيْمِين ибн Ғүҫәймин (Аллаһ уға мәрхәмәтле булһын) тигән ғалимдың бик әйбәт һүҙҙәре килтерелә: ««Һәә-Һәә …» тигән һүҙҙәр тураһында уйлан? Нимәгә кеше шулай итеп яуап ҡайтара? Хәстә хәтерендә булғанын онотоп, иҫенә төшөрөргә тырышҡан кеше һымаҡ. Һәм ул хәстә яуабын да белгән һымаҡ, ләкин иҫенә төшөрә алмай, һәм әлбиттә, уның ҡайғырыуы ла, хәсрәте лә күбәйәсәк, һәм шулай уҡ үкенеүе лә көсәйәсәк. Йәғни, кеше яуабын белгән һымаҡ, ләкин уның менән яуап араһында кәртә бар, һәм ул яуап бирә алмай «Һәә-Һәә …» тип әйтер. Ә һуңынан “Кешеләр нимәлер әйтә инеләр, мин дә шуны әйттем. (Субһәнә Аллаһ! Ул бит шулай уҡ был донъяла ла әйтә ине ошо һүҙҙәрҙе, ләкин тел менән генә. Йөрәгендә түгел ине ошо һүҙҙәр, эштәрендә лә юҡ ине). Шуға ул унда: «Минең Раббым — Аллаһ» тип яуап бирә алмаясаҡ, «Минең динем — Ислам» тип һәм «Минең Пәйғәмбәрем — Мөхәммәт» тип әйтә алмаясаҡ, сөнки был донъяла йәшәгәндә ул шикләнгәндәрҙән һәм ҡаҡшап ҡалғандарҙан ине».
Ҡар. шарх «аль-‘Аҡида аль-Уаситыя» 2/117
Аллаһ (Сүбхәнәһү үә Тәғәлә) кем Исламда, ерҙә ғүмер иткәндә ныҡ булған, шул кешене һорауҙарға яуап биргән саҡта шулай уҡ нығытасаҡ һәм ярҙам итәсәк. Бының тураһында Аллаһ (Сүбхәнәһү үә Тәғәлә) “Ибраһим” сүрәһендә әйтте:
يُثَبِّتُ اللَّهُ الَّذِينَ آمَنُوا بِالْقَوْلِ الثَّابِتِ فِي الْحَيَاةِ الدُّنْيَا وَفِي الْآخِرَةِ وَيُضِلُّ اللَّهُ الظَّالِمِينَ
«Иман килтергән кешеләрҙе Аллаһ тоғро һүҙ менән донъялыҡта ла, Әхирәттә лә нығыта (йәғни ҡәберҙә, һоруҙарға яуап биреүҙә рөхсәт бирелә). Ә залимдарҙы юлдан яҙҙыра. Аллаһ Үҙе ни теләһә, шуны эшләй».
Ҡөрьән “Ибраһим” сүрәһе, 14:27
Шулай уҡ, шуға оҡшаш булып Сырат күперенән үтеү тора, йәғни Тамуҡ арҡаһы аша Йәннәткә һалынған күпер. Был мәжбүрилектән бер кем дә ҡотола алмаҫ. Сырат күпере аша бөтәһенә лә үтергә кәрәк буласаҡ. Нисек кеше был донъя Сыратында, йәғни Аллаһ (Сүбхәнәһү үә Тәғәлә) ҡуйған был донъялағы юлда, дин юлында, ныҡ һәм түҙемле рәүештә була, уның әхирәт Сыраты аша үтеүе лә шуға ярашлы буласаҡ. Әгәр кеше был Донъяла ныҡ булып тура юлдан бара икән, шулай уҡ киләсәк Сыратты ла еңел һәм шәп үтәсәк. Йәғни һин үҙ динеңдә – Исламда, тура юлда الصِّرَاط المُسْتَقِيم (ас-сырат аль-мустакъим) ныҡлы тораһың икән, шулай уҡ Ҡиәмәт Көнөндәге Сыратты ла ышаныслы үтәсәкһең. Ә кем Исламға һалҡын ҡарай, ул Тамуҡ арҡаһы аша һалынасаҡ Сырат күпере аша үтә алмаясаҡ.
Ҡайһы кешеләр шикләнеп ҡарап әйтерҙәр: ни кәрәге ул ошо تَوْحِيدُ الأُلُوهِيَّةِ Таүһид әл-улюһияһы тураһында һөйләү? Нимә ул تَوْحِيدُ الأُلُوهِيَّةِ Таүһид әл-улюһия? Таүһид (бер Аллаға табыныу) өс төрҙән тора: : تَوْحِيدُ الرُبُوبِيَّةِ Таүһид ар-рубубийа; تَوْحِيدُ الأُلُوهِيَّةِ Таүһид әл-улюһия» һәм الْأَسْمَاء وَالصِّفَا توْحِيدُ Таүһид әл-әсмә үә ссыфат.
- Беренсеһе – ул تَوْحِيدُ الرُبُوبِيَّةِ Таүһид ар-рубубийә, ул Бер Аллалыҡ, Аллаһы Тәғәлөнең бөтә нимәнән өҫтөнлөк булыуы менән бәйле, Аллаһ – Бер үҙе генә Хоҙай, Тәңре (Тыуҙырыусы).
- Икенсеһе — ул تَوْحِيدُ الأُلُوهِيَّةِ Таүһид әль-улюһия, ул Бер Аллалыҡ, Ул ғына ғибәҙәткә лайыҡ булыусы.
- Һәм өсөнсөһе – ул تَوْحِيدُ الْأَسْمَاءِ وَالصِّفَاتِ Таүһид әль-әсмә үә ссыфат, ул Бер Аллалыҡ, Хоҙай Исемдәре һәм Сифаттары менән бәйле, тик Аллаһҡа (Сүбхәнәһү үә Тәғәлә) генә хас булыуы.
Ҡайһы берәүҙәр تَوْحِيدُ الأُلُوهِيَّةِ Тауһид әль-улюһия тураһында һөйләүҙең кәрәге юҡ, ә تَوْحِيدُ الرُبُوبِيَّةِ Тауһид ар-рубубийә, йәғни Аллаһ – Берҙән Бер Тыуҙырыусы тураһында һөйләһәк етәрлек, тиҙәр. Нимәгә تَوْحِيدُ الأُلُوهِيَّةِ Тауһид әль-улюһия тураһында һөйләргә, йәғни Бер тик Аллаһ Субханаһү үә Тәғәләгә генә табыныу тураһында? Нимәгә улар таяналар? Ҡәберҙәге бирәләсәк һорауға: ”Кем һинең Раббың?” – һәм был инде Аллаһтың Хакимлығы, Аллаһ Ул Берҙән Бер Рабб, Тыуҙырыусы, Тәртипкә Ҡуйыусы, Идара Итеүсе, Ризыҡ Биреүсе. «Уға ғына табыныуға лайыҡ булыусы Аллаһ берәү, тип һөйләүҙә ниндәй мохтажлыҡ бар? Ҡәберҙә бит уның тураһында һорамайҙар!» — тип яңылышалар, аңламаған арҡала, ҡайһы берәүҙәр.
Ниндәй яуап быңа? “Рабб” الرَّبُّ (ар-Рабб) һәм «Иләһ» الإِلَىٰهُ (аль-Иләһ) (иләһ, йәғни ул шул нимә, нимәгә табыналар مَعْبُودٌ (ма’буд)) – ул һүҙҙәр әгәр бер урында, бер текста бергә ҡулланыла икән, тимәк төрлө мәғәнәгә күрһәтәләр. Ә әгәр улар айырым телгә алына икән, тимәк шул һүҙ ике мәғәнәне үҙенә ала. Мәҫәлән اللهُ رَبِّي وَإِلَىٰهِي «Аллаһ Раббии үә Иләһии» аңлатыуы «Аллаһ – минең Раббым, мине барлыҡҡа килтергән, ризыҡ биргән, бөтә нимә менән идара Итеүсе. Һәм минең إِلَىٰهٌ Иләһ, минең مَعْبُودٌ Мағбуд – Ул, Кемгә ғибәҙәт ҡылалар, Кемгә табыналар».
Ә әгәр шул һүҙҙәр айырым ҡуланылһа, уларҙың һәр береһе ике мәғәнәгә күрһәтә. Йәғни الرَّبُّ «Ар-Рабб» — ул الخَالِقُ Әл-Хаалиҡ, المُدَبِّرُ Әл-Мудаббир, йәғни Тыуҙырыусы, Идара Итеүсе. الإِلَىٰهُ «Әл-Иләһ» — ул مَأْلُوهٌ Мәълюһ, مَعْبُودٌ Мағбуд, йәғни, кемгә табыналар. Ләкин, әгәр رَبٌّ «Рабб» һүҙе айырым ҡуланыла икән إِلَىٰهٌ «Иләһ» һүҙенән йә إِلَىٰهٌ «Иләһ» һүҙе айырым ҡулланыла икән رَبٌّ «Рабб» һүҙенән, шунда улар бер төрлө мәғәнәне үҙҙәренә алалар, ике һүҙҙең дә мәғәнәһенә күрһәтәләр.
Аллаһ (Субханаһү үә Тәғәлә) һүҙҙәре “Йософ” сүрәһендә رَبٌّ «Рабб» һүҙе إِلَىٰهٌ «Иляһ» мәғәнәһендә (йәғни Кемгә табыналар مَعْبُودٌ Мәғбуд мәғәнәһендә) ҡулланылғаны дәлил булып килә:
يَا صَاحِبَيِ السِّجْنِ أَأَرْبَابٌ مُّتَفَرِّقُونَ خَيْرٌ أَمِ اللَّهُ الْوَاحِدُ الْقَهَّارُ
«Әй, ике зиндандашым, төрлө “арбааб” уйҙырма тәңреләргә ышаныу яҡшымы, әллә бер кемдең дә көсө етә алмаҫ, берҙән бер Аллаһҡа инаныумы??».
Ҡөрән “Йософ” сүрәһе, 12:39
Бында, أَرْبَابٌ «арбааб» һүҙе тыуҙырыусылар мәғәнәһендә килмәй, ә иләһтәр мәғәнәһендә, кемгә табыналар мәғәнәһендә килә. Йәғни Йософ, ике зиндандашына әйтә: “Төрлө иләһтәргә табыныуы яҡшымы, әллә берҙән бер Аллаһҡа ғынамы, бөтә нимәне Еңеүсегә инаныумы?” Бына бында رَبٌّ «Рабб» һүҙе إِلَىٰهٌ «Иляһ» мәғәнәһендә ҡулланыла, сөнки ул уларға инаныу тураһында әйтә.
Шулай уҡ “Тәүбә” сүрәһендә:
اتَّخَذُوا أَحْبَارَهُمْ وَرُهْبَانَهُمْ أَرْبَابًا مِّن دُونِ الله
«Улар Аллаһтан баш тартып, үҙҙәренең ғалимдарын, руханиҙарын һәм Мәрйәм улы Мәсихте (Ғайсаны) Илаһ “арбааб” итеп табына башланылар».
Ҡөрән “Йософ” сүрәһе, 9:31
Бында ниндәй мәғәнәлә ҡулланылған “арбааб” һүҙе? Улар бит үҙҙәренең ғалимдары, руханиҙары тураһында тыуҙырыусы тип уйламағандар. Юҡ әлбиттә. Ә табыныу объекттары, илаһтар мәғәнәһендә. Һәм ошоға дәлил булып عَدِيُّ بْنُ حَاتِمٍ Ғәди бну Хәтим хәдиҫе, ул алдан христиан булып, һуңынан Исламға керә. Ул Пәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ошо һүҙҙәрҙе уҡығанын күрә.
Һәм ул: “Беҙ табынмайбыҙ (инанмайбыҙ)” тине. Йәғни ул, “арбааб” тигән һүҙҙе “табыныуға объекттар”, тип аңлай. Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтте:
«Улар хәләлде харам, тип иғлан итмәйҙәрме һуң, йә киреһенсә харамды хәләл, тип һәм һеҙҙә улар артынан (эйәрәһегеҙ). Шулда була инде уларға табыныуығыҙ».
Был хәдиҫте ат-Тирмизи 3095, әл-Байхаҡи 10/116, ат-Табарани “әл-Кабир” 17/92 һәм башҡалары килтерәләр. Хәдиҫте хаҡ тип имам ат-Тирмизи, Абу Музаффар ас-Сам’ани, Ибн Таймия, аль-Алюси, аль-Альбани, ‘Абдуль-Къадир аль-Арнаут һәм башҡалар дөрөҫләгәндәр. Ҡар. “Тахридж ахадис аль-Кашшаф” 2/66, “Тафсир ас-Сам’ани” 2/303, “Маджму’уль-фатауа” 7/67, “Рух аль-ма’ани” 5/365, “Умдату-ттафсир” 2/160, “ас-Сильсиля ас-сахиха” 3293, “Тахридж Фатх аль-Маджид” 464, “Тахридж ахадис мундаҡъада фи Китаб ат-таухид” 91-94.
Тимәк, сәхәбәләр سَلَف (сәләф) идара итүселәр (أَرْبَابًا (арбаабан) йә әфәнделәр) тигән һүҙ إِلَىٰهٌ «Иләһ» һүҙе төшөнсәһе булыуын аңлағандар, йәғни кемгә инаналар, табыналар. Тағын бер дәлил:
وَلَا يَأْمُرَكُمْ أَن تَتَّخِذُوا الْمَلَائِكَةَ وَالنَّبِيِّينَ أَرْبَابًا
«Фәрештәләргә, пәйғәмбәрҙәргә Тәңрегә табынған кеүек табынығыҙ, — тип Аллаһ бойорманы.».
Ҡөрән “Ғимран” сүрәһе, 3:80
Йәғни, ғибәҙәт ҡылыу объекттары مَعْبُودٌ (мағбууд) тип.
Аллаһ (Субханаһү үә Тәғәлә) – Ул الرَّبُّ Ар-Рабб, һәм الرَّبُّ Ар-Рабб –ул اللهُ АллаҺ. Тәңре -Аллаһ һәм Аллаһ – Тәңре. Шуның өсөн әгәр һинән ҡәберҙә һорайҙар икән:: رَبُّك مَنْ «Кем һинең Раббың (мән Раббук)?» тип, бында «Кем һине барлыҡҡа килтерҙе?» тип, аңларға кәрәкмәй, ә Кем Ул, Кемгә һин Раббым, тип белә күрә, табынаһың? Йәғни إِلَهكَ الَّذِي تَعْبُدُهُ «Кем һинең Илаһың, табынған объектың?», бына нимә тураһында әйтелә. Был «Кем һинең Раббың?», тигән беренсе һорауға яуап.