Китаптың икенсе һорауы:
أَيْنَ اللَّهُ؟
«Аллаһ ҡайҙа?»
فِي السَّمَاء
Был һорауға яуап: «Аллаһ күктәр өҫтөндә».
Был пәйғәмбәр ﷺ (салләЛлаһу ғәләйһи үә Сәлләм) һорауы. Ошо һорауҙы Аллаһ расүле ﷺ йәш ҡатын ҡыҙ ҡолона бирә, бының турала Муғаүия ибн әл Хаким әс-Суләмиҙән (Аллаһ уның менән риза булһын) хәбәр итә, хаҡ хәҙис. “Минең ҡыҙ ҡолом (джария) бар ине. Һәм ул минең көтөүемде Мәҙинәнең төньяғында Ухуд йә әл-Джәүәнийә тигән яҡта көтә ине. Һәм бер заман мин, нисек бер һарығымды бүре алып киткәнен күреп ҡалдым. Мин дә башҡа кешеләр һымаҡ әҙәм балаһы бит, нисек әҙәм балаһы асыуланһа , мин дә шулай асыуландым. Асыуымдан мин уға һуғып ебәрҙем һәм (үкенеүем менән) Пәйғәмбәргә ﷺ килдем. Ул минең ҡылған ҡылығым ҙур ғәйеп (хата) икәненә ﷺ күрһәтте. Һәм мин: “Йә Аллаһ Рәсүле, мин уны ҡоллоҡтан ебәрәйемме?”- тип әйттем. Һәм ул ﷺ миңә: “Минең эргәмә алып кил уны”, — тине. Һәм мин алып килгәс, ул ﷺ:
«أَيْنَ اللَّهُ؟» قَالَتْ: فِي السَّمَاءِ
«Ҡайҙа Аллаһ?»
Ул: «Күктәр өҫтөндә», — тип яуап ҡайтарҙы. Шунан ул ﷺ:
قَالَ: «مَنْ أَنَا؟» قَالَتْ: أَنْتَ رَسُولُ اللَّهِ
«Ә мин кем?»
Ул: «Һин Аллаһ рәсүле», — тип яуап ҡайтарҙы.
قَالَ: «أَعْتِقْهَا فَإِنَّهَا مُؤْمِنَةٌ»
Шунан пәйғәмбәр ﷺ:
«Ебәр уны (ҡоллоҡтан азатлыҡҡа), ысынлыҡта ул мөъмин, иманлы кеше».
(Хәҙисте Абу Дауыт (3276) килтерә. Шейх әл-Әлбани хәҙисте хаҡ тип дөрөҫләгән).
Шулай итеп, Пәйғәмбәр ﷺ был ҡатын ҡыҙға ҡарата иманлы икәненә шаһитлыҡ килтергән. Нимә өсөн? Ниндәй критерий арҡаһында? Сөнки ул: «Аллаһ күктәр өҫтөндә», — тип яуап ҡайтарғаны һәм ул Мөхәммәтең ﷺ рәсүл миссияһында булыуына шаһитлыҡ иткәне өсөн.
Тимәк, был һорау, Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең юғарылығы – ғәҡиданың (дини ҡараш) бик мөһим һорауы. Ошо факт был һорауҙың мөһим булыуына күрһәтә һәм Аллаһтың юғарыла булыуы (ғүлүЛлаһ) Ҡөрьән һәм Сөннәлә меңдән артыҡ урында раҫланыла. Шуның өсөн был һорауҙың мөһимлеге тағы ла нығыраҡ иҫбатлана. Һәм ошо дәлилдәр күп, һәм улар төрлө төрҙә килә.
Ибн әл-Ҡайим (Аллаһ уға мәрхәмәтле булһын), Аллаһы Тәғәләнең юғарылығына дәлилдәрҙе һанап киткәндә, әйтә: “Әгәр беҙ теләһәк, ошо һорауға меңдән артыҡ дәлил килтерер инек”. Беҙ ошо дәлилдәр төрлө төрҙә, тип әйтеп киттек. Шулай итеп, улар араһында Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең өҫтә булыуына күрһәткән (дәлилятүл фауҡийә) шундай дәлилдәр бар.
Шулай уҡ бар ошондай дәлилдәр, ҡайҙа Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең өҫтә булыуына күрһәтә, Ул күтәрелгән, Техет (Ғәрш) өҫтөнә күтәрелеүенә. Шулай уҡ әл-ғулю булыуына дәлилдәр, Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең юғарылыҡта икәненә күрһәтә. Шулай уҡ, Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең күктәр өҫтөндә икәненә дәлилдәр бар. Шулай уҡ, Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең беренсе ҡат күгенә төшөүенә дәлилдәр бар. Шулай уҡ, Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең Изге китаптарын өҫтән төшөүенә дәлилдәр бар, һәм шулай уҡ икенсе дәлилдәр ҙә күп.
Артабан, Аллаһы Тәғәләнең бөйөклөгөн күрһәткән дәлилдәр бар, Ул юғары күтәрелә, Техет (Ғәрш) өҫтөнә күтәрелеүенә. Шулай уҡ әл-ғулю булыуына дәлилдәр, Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең юғарылыҡта икәненә күрһәтә. Шулай уҡ, Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең күктәр өҫтөндә икәненә дәлилдәр бар. Шулай уҡ, Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең беренсе ҡат күгенә төшөүенә дәлилдәр бар. Шулай уҡ, Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең Изге китаптары өҫтән төшөүенә дәлилдәр бар, һәм шулай уҡ икенсе дәлилдәр ҙә күп.
Тимәк, булған төрҙәрҙе ҡараһаҡ, беренсеһе ул – әл-ғүлю, йәғни Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең юғарыла булыуына күрһәткән дәлилдәр. Быға миҫал булып, «әл-Баҡара» сүрәһендәге аят:
وَهُوَ الْعَلِيُّ الْعَظِيمُ
«Һәм Ул бик Юғары, ғәйәт Бөйөк» (Ҡөрьән, “Әл-Баҡара” сүрәһе, 2:255).
«Ғәлий» , «ғүлю» һүҙенән – юғарылыҡ. Ул Юғары, Әл-Ғәҙым – Бөйөк.
Икенсе төр дәлил, ул «фәүҡия» һүҙе килеүе, йәғни торған урыны өҫтән, юғары, булыу. Ул Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең киләһе «Ән-Нахел» сүрәһендә килә:
يَخَافُونَ رَبَّهُم مِّن فَوْقِهِ
«Улар өҫтән күҙәтеүсе Аллаһтың язаһынан ҡурҡалар»
(Ҡөрьән, “Ән-Нахел ” сүрәһе, 16:50).
Өсөнсө төр дәлил – ул «истиүә» һүҙенең телгә алыныуы (Әл-истиүә ғәләл Арш), йәғни күтәрелеү, Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең Тәхет өҫтөнән олғашыуы. Быңа миҫал булып, «Та-һа» сүрәһендәге аят:
الرَّحْمَنُ عَلَى الْعَرْشِ اسْتَوَى
«Рәхимле Аллаһ Ғәрешкә (Күктәге тәхеткә) хужа булды»
(Ҡөрьән, “Та-һа ” сүрәһе, 20:5).
Дүртенсе төр дәлилдәр, ул Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең иң яҡын күккә төшөүе тураһында иҫкә алынғандары. Пәйғәмбәр ﷺ хәҙисендә әйтә:
ينزلُ ربُّنا تبارك وتعالى كلَّ ليلةٍ إلى السماء الدنيا
«Беҙҙең Раббыбыҙ һәр төн һайын иң яҡын күккә төшә»
(Хәҙисте Әл-Бухари һәм Мөслим килтергән).
Бишенсе төр дәлилдәр, ул Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнән Изге Яҙманың төшөүе. Тимәк, Изге Китаптар өҫтән төшә икән, ул Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең юғарыла булыуына күрһәтә түгелме? Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең Изге Китаптары төшөүенә дәлил:
تَنزِيلُ الْكِتَابِ مِنَ اللَّهِ الْعَزِيزِ الْحَكِيمِ
«Был Китап еңелеү белмәҫ ҡөҙрәтле һәм берҙән-бер хөкөмдәр һәм хикмәт эйәһе Аллаһтан төшөрөлде»
(Ҡөрьән, Әхҡаф (Ҡом тауы) сүрәһе, 46:2).
Алтынсы төр дәлилдәр, ул — изге һүҙҙәрҙең Уға күтәрелеүе тураһындағы дәлилдәр. Әгәр дәлилдәр изге һүҙҙәрҙең Уға күтәрелеүен күрһәтә икән, тимәк был Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең юғарыла булыуына дәлил, шулай бит? Аллаһ (Ул пак һәм юғары) Фатыр сүрәһендә әйтә:
إِلَيْهِ يَصْعَدُ الْكَلِمُ الطَّيِّبُ
«Уға изге һүҙ күтәрелә» (Ҡөрьән, Фәтыр (Яралтыусы) сүрәһе, 35:1).
Етенсе төр дәлил – Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә яҙыу яҙған, һәм ошо яҙыу Уның Тәхете өҫтөндә. Пәйғәмбәр ﷺ, минең һүҙҙәрем быға дәлил булып тора, ти:
لما خلق اللهُ الخَلْقَ كتب في كتاب، فهو عنده فوق العرش: إن رحمتي سَبَقَتْ غضبي
«Аллаһ бар булған мәхлүктәрҙе барлыҡҡа килтергәс, Үҙ Тәхетенең өҫтөнә: «Ысынлыҡта Минең мәрхәмәтлегем Минең асыуымды уҙа», тип яҙған» (Хәҙис Әл-Бухари һәм Мөслим йыйынтыҡтарында килә).
Һигеҙенсе төр дәлил – ул Ғайса пәйғәмбәрҙең (тыныслыҡ уға) Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә күтәрелеүе, юғарыға (күккә) күтәрелеүе. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә әйтә:
يَا عِيسَى إِنِّي مُتَوَفِّيكَ وَرَافِعُكَ إِلَيَّ
«Йә Ғайса, шөбһәһеҙ, (улар түгел) Мин һине вафат итеп, Үҙ яныма күтәрәм… »
(Ҡөрьән, Ғимран (Мәрйәмдең атаһы) сүрәһе, 3:55).
Туғыҙынсы төр дәлил – ул фәрештәләрҙең һәм рухтың Уға күтәрәлеүе. Әгәр “Уға күтәрелә”, — тип әйтелә икән, тимәк был Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең өҫтә булыуына күрһәтә, абсолют юғарылыҡта булыуына. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә әйтә:
تَعْرُجُ الْمَلَائِكَةُ وَالرُّوحُ إِلَيْهِ فِي يَوْمٍ كَانَ مِقْدَارُهُ خَمْسِينَ أَلْفَ سَنَة
«Фәрештәләр ҙә, рух та (Жәбраил дә) дәрәжә баҫҡыстары буйлап, оҙонлоғо илле мең йыл булған араны бер көндә менеп етерҙәр».
(Ҡөрьән, Мәғәриж (Баҫҡыс буйлап) сүрәһе, 70:4).
Унынсы төр дәлил – ул Аллаһтың “Ҙааһир (Асыҡ)” тигән исеме. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең был исеме – Ҙааһир, Уның юғарыла булыуына, бөтә нимәнән дә бөйөк булыуына күрһәтә. Пәйғәмбәр ﷺ Ҙааһир исеменә тәфсир биргән:
وأنت الظَّاهرُ فليس فوقكَ شيءٌ
«Һин Ҙааһир (Асыҡ), һәм Һинән өҫтәрәк бер нимәлә юҡ»
(Хәҙисте Ибн Мәджәх килтергән (3104). Шейх әл-Әлбәни хәҙистең дөрөҫлеген раҫлаған).
Асыҡлыҡ (әҙ-ҙуһур) ниндәй мәғәнәне аңлата? Юғарыла тигән мәғәнәне аңлата. Ошо Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең өҫтә булыуы, Уның юғарылыҡта булыуы өс төрҙә була: Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең асылда Үҙе юғарыла булыуы, Уның сифаттары юғары булыуы һәм юғарылыҡтың өсөнсө төрө – ул әл-ҡәһр, йәғни өҫтөнлөк булыуы, ул бөтә нимәнең Уңа ғына буйһоноуы. Ул фәүҡийәтүл ҡәһр, тип атала.
Ун беренсе төр дәлил — ул Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең күктәр өҫтөндә булыуына күрһәтә, нисек “Әл-Мүлк” сүрәһендә килә:
أَأَمِنْتُمْ مَنْ فِي السَّمَاء
«Күктәге (Аллаһ) һеҙҙе (ғонаһлыларҙы) Ергә йоттормаҫ, тип ышанаһығыҙмы?»
(Ҡөрьән, “ Мүлк (Хакимиәт)», сүрәһе 67:16).
Әйҙәгеҙ “фиссәмә” һүҙенең аңлатмаһына ҡарайыҡ. Ошо һүҙ ҡайҙа тағын ҡулланылған ине? Ҡатын ҡыҙ ҡоло менән бәйләнелгән хәҙисендә. Фи – был киҫәксә, төп мәғәнәһе – ул ҙарфйә, йәғни берәй нимәнең эсендә булыуына күрһәтә. Шунан был һүҙ, фиссәмә был мәғәнәлә киләме, йәғни берәй нимәнең эсендә булыуынамы? Юҡ. Сөнки фи киҫәксәһе тик бер нимәнең эсендә булыуына ғына күрһәтмәй, шулай уҡ уның икенсе мәғәнәһе лә бар – ул берәй нимәнең өҫтөндә булыуына ла күрһәтә (ғәлә). Бында, Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең күктең эсендә булыуына күрһәтмәй, йәғни Уны күктәр уратып алмаған. Бында “фи” киҫәксәһе” тик “ғәлә” мәғәнәһендә килә, йәғни “өҫтөнән” тигәнгә күрһәтә. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә күктәр өҫтөндә. Быға миҫал булып йәғни “фи” киҫәксәһе “өҫтөнән” тигән мәғәнәһендә. “Та-Һа” сүрәһендә, Фирғәүн сихырсыларға:
وَلَأُصَلِّبَنَّكُمْ فِي جُذُوعِ النَّخْلِ
«һеҙҙе пальма ағастарының олонона аҫып ҡуясаҡмын»
(Ҡөрьән, “ Та-Һа», сүрәһе 20:71).
Нисек быны аңларға? Финик ағасы олоно эсендә аҫып ҡуямы, әллә “фи” бында “финик ағастарының олононда”мы? Финик ағасы олононда, шулай бит? Йәғни фи киҫәксәһе, «өҫтөндә», тигән мәғәнәлә килә. Икенсе миҫал:
قُلْ سِيرُوا فِي الْأَرْضِ
« Әйт: — Ер буйлай сәйәхәт итегеҙ »
(Ҡөрьән, “Ғәнкәбут (Үрмәксе)”, сүрәһе 29:20).
Бында Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә ер эсе буйлап сәйәхәт итергә ҡушҡан тип аңларға буламы, йәғни ер аҫтындағы юлдар буйлап, йә селәүсендәр һымаҡ йөрөргә ҡушҡанмы? Юҡ, бында “ғәлә” мәғәнәһендә килә, йәғни өҫтән, ер өҫтө буйлап. Тимәк, Фи нимә аңлата? Күк эсеме? Юҡ, күктәр өҫтөндә, йәғни ете ҡат күк, Тәхет өҫтөндә, Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең бөтә барлыҡҡа килтергән мәхлүктәре өҫтөнән.
Сәхәбәләр араһында шулай уҡ “фиссәмә” һүҙенең икенсе аңлатмалары ла бар. “Фиссәмә” һүҙен улар күктәрҙе, йә ете күкте аңлата, тип әйтмәгәндәр, ә ул юғарылыҡты (ғүлю) күрһәтә, тип аңлағандар, сөнки “сәмә” һүҙе ул күк кенә түгел. Сәмә – ул нимә? Өҫтә. Шуның өсөн фи киҫәксәһе үҙенең төп аңлатмаһында була – эсендә булыу, һәм фиссәмә ул, йәғни юғарылыҡта. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә юҡарылыҡта, бөтә нимә өҫтөндә. Күкте ғәрәбтәр “сәмә” тип әйтәләр һәм өҫтә булған әйбергә лә “сәмә” тип йөрөтәләр. Шуның өсөн Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә Ҡөрьәндә болоттарҙы “сәмә” тип әйтә, сөнки болоттар юғарыла. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә әйтә:
وَأَنزَلْنَا مِنَ السَّمَاءِ مَاءً طَهُورًا
«Күктән саф һыуҙар ағыҙҙы»
(Ҡөрьән, Фурҡан (Яҡ шыны ямандан айырыусы Китап), сүрәһе 25:48).
Был “фиссәмә” һүҙенең ике яҡлап килгән тәфсире. Йәғни бер үк мәғәнәнең ике төрлө аңлатмала килеүе. “Күктәр өҫтөнән” тиһәң, йә “Аллаһ юғарыла” тиһәң – улар бер береһенә ҡаршы килмәйҙәр. Һәм килгән ике аңлатма ла дөрөҫ.
Шейх Исләм Ибн Теймия: “Ғәрәп телендә лә Һәм Ҡөрьәндә лә сәмә һүҙе – ул һәр бер юғарылыҡта йә өҫтә булған әйберҙәргә ҡарата әйтелә”, тигән. Йәғни, ул исем төрө (исмү джинс) бөтә юғарылыҡта булған нимәләргә ҡарата ҡулланыла. Ә билдәле булған нимәгәлер, билдәле мәғәнәлә ҡулланыла. Әгәр ямғыр күктән төшә, тип әйтһәк, бында болоттарҙы күҙ уңында тотабыҙ. Йәғни, ниндәй текста ҡулланыла, шундай аңлатмаһы уның, әммә юғарыла булыуға күрһәтә. Был Ҡөрьәндән килгән дәлилдәргә ҡағыла.
Сөннәттә булған дәлилдәр. Аллаһтың (Ул пак һәм юғары) юғарылығына бөтә өс төр дәлилдәр күрһәтә: Сөннәт ҡаулийә, фиғлийә һәм тәҡририйә, йәғни Сөннәт — ул пәйғәмбәрҙең ﷺ һүҙҙәре ҡиәфәтендә, Сөннәт пәйғәмбәрҙең ﷺ хәрәкәте ҡиәфәтендә һәм Сөннәт хәбәрҙәр ҡиәфәтендә, ҡайҙа пәйғәмбәр ﷺ кемдеңдер һүҙен йә эшләгән берәй эшен хуплаған. Шулай итеп, бөтә булған Сөннәттең төрҙәре, уның ﷺ һүҙҙәре булһынма ул, уның ﷺ хәрәкәте, йә пәйғәмбәрҙең ﷺ берәйһенең эшен йә һүҙен раҫлауы булһынма ул, бөтәһе лә Аллаһтың (Ул пак һәм юғары) юғарылығына күрһәтә һәм уны раҫлай.
Беренсе, ҡәүлийә төрө, йәғни пәйғәмбәрҙең ﷺ Сөннәте һүҙҙәр ҡиәфәтендә. Пәйғәмбәр ﷺ хәҙисендә әйтә:
الرَّاحمون يرحَمُهمُ الرحمنُ، ارحموا أهلَ الأرضِ، يرحمْكم مَن في السماءِ
«Мәрхәмтлеләрҙе Мәрхәмәтле рәхимләр, ерҙә булғандарға ҡарата мәрхәмәтле (рәхимле) булығыҙ, һәм Ул, күктә булыусы йә юғарыла булыусы, һеҙҙе рәхимләр»
(Хәҙисте Әт-Тирмизи, Әбү Дауыт, Әхмәт йеткергән. Хәҙис дөрөҫ.)
Был Сөннәт дәлиле пәйғәмбәрҙең ﷺ һүҙҙәре ҡиәфәтендә.
Һуңынан хәрәкәт төрөндә килә. Пәйғәмбәр ﷺ Ғәрәфәт көнөндә, күмәк шәһидтәр алдында хөтбәһендә: «Мин еткерҙеммә?» — тине.
Сәхәбәләр: “Әйе”, тип яуап ҡайтарҙылар. Һәм ул ﷺ :
اللهم اشهد
«Йә Аллаһ, дөрөҫлә!” — тип һауаға һәм кешеләргә бармаҡ менән төртөп күрһәтте. – Аллаһ дөрөҫлә, Аллаһ дөрөҫлә, Аллаһ дөрөҫлә». Йәғни Аллаһтың (Ул пак һәм юғары) юғарыла икәнен пәйғәмбәр ﷺ хәрәкәте менән раҫланы.
Һәм Аллаһтың (Ул пак һәм юғары) юғарыла булыуына өсөнсө төр дәлил – ул тәҡририә, йәғни Пәйғәмбәр ﷺ кемдеңдер һүҙен, йә эшләгән берәй эшен хуплаған. Мәҫәлән, Ҡол ҡатын ҡыҙы: «Аллаһ (Ул пак һәм юғары) күктәр өҫтөндә», тип яуап ҡайтарғас, Пәйғәмбәр ﷺ уның һүҙҙәрен раҫлай. Һәм Пәйғәмбәр ﷺ уның әйткән һүҙен раҫлап: «Ҡоллоҡтан сығарығыҙ, ебәрегәҙ уны, ул иман эйәһе», тип әйтә.
Нисек был дәлилдәрҙән башҡа меңдән артыҡ дәлилдәр бар. Уларҙың араһында, Уңа һүҙ күтәрелеүе, Унан нисек Изге китаптар төшөүе һәм башҡа күп төрлө дәлилдәр.
Был дәлилдәр меңдән артыҡ һәм улар төрлө булыуҙары тураһында беҙ алдан әйтеп киткәйнек инде. Ошоларҙың араһында Уңа һүҙ күтәрелеүе, Унан нисек Изге китаптар төшөүе һәм башҡа күп төрлө дәлилдәр.
Ибн ӘльҠайим әйтеүенсә: “Аллаһтың (Ул пак һәм юғары) юғарыла булыуына егерме бер төр дәлил бар”, тигән. Бөйөк Аллаһтың киң ниғмәте менән, беҙ бында ун бергә яҡын дәлилде генә иҫкә алып китһәк, ә Ибн ӘльҠайим әйтеүе буйынса, тимәк уның 21 төрө бар.