Ғәрәфә көнөнә ҡыҫҡаса ҡулланма.

Share

الحمدلله رب العالمين

أشهد أن لا إله إلا الله وحده لا شريك له وأشهد أن محمداً عبده ورسوله

أَمَّا بَعْدُ

عبادَ الله

Йә Аллаһ ҡолдары! Аллаһтан ҡурҡығыҙ, һәм был көндөң – Ғәрәфә көнөнөң ҡәҙерен белегеҙ! Ошо көнгә ҡәҙәр йәшәргә насип иткәне өсөн Аллаһ Тәғәләгә (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары) шөкөр итегеҙ. Сөнки Ғәрәфә көнөн хаж ҡылыусылар ғына түгел, ә бөтә кешеләр ҙә данларға, хөрмәт итергә, баһаһына тейешле ҡәҙерләргә тейеш. Шуға күрә беҙҙең һәм һеҙҙең өсөн, быйыл Мәккәлә, Ғәрәфәлә булырға мөмкинлеге булмағандарға был көндө оло ғибәҙәт ҡылыу — ураҙа тотоу билдәләнгән. Ғәрәфәт көнөндәге был ураҙа бик тә кәрәкле Сөннәт булараҡ билдәләнгән. Был Сөннәттән ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ!

Аллаһ Рәсүленән (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) Ғәрәфә көнөндәге ураҙа тураһында һоранылар һәм ул әйтте:

يُكَفِّرُ السَّنَةَ الْمَاضِيَةَ وَالْبَاقِيَةَ

“Ғәрәфә көнөндә тотҡан ураҙа үткән һәм киләһе йылдың гонаһтарын ғәфү итер”

(Мөслим, 1162).

Аллаһ Бөйөк! Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер генә булһа ла гонаһыбыҙҙың кисерелеүенә мохтажбыҙ. Ә бында һиңә ике йыл эсендә ҡылған гонаһтарыңды ярлыҡау тәҡдим ителә: үткән һәм киләсәк йыл өсөн, әгәр һин ихлас йөрәктән, мүәһһид булараҡ, тик Аллаһ (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары) ризалығы өсөн генә ураҙаны тотһаң. Ошо көндә мосолмандар араһынан кемдер әшәке һәм оятһыҙ ғәмәлдәр менән мөшғүл булып, йыр-моң тыңлап, йәки телевизор һәм төрлө интернет сайттарынан күрһәтелгән бысраҡ нәмәләр менән мауығып ваҡытын уҙғарыуын күрһәң – йөрәк әрней.

Ә ҡайһы берҙәр ғонаһ ҡылмаһалар ҙа, ғибәҙәттән иғтибарҙы ситкә йүнәлткән төрлө эштәр менә булыша. Әммә был эштәргә беҙ иғтибарыбыҙҙы йүнәлтергә тейеш түгел.

Ҡарайһың, кемдер ниндәйҙер экскурсияларҙа йөрөй, йәки бер ҡарауға тыйылмаған икенсе эштәр менән мәшғүл. Аллаһ бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары! Аллаһ менән ант итәм, был кеше Аллаһ биргән мөмкинселлектәрҙән баш тартып үҙ-үҙенә зыян килтерә.

Шуға күрә мин бойорам, иң тәүҙә үҙемә, шунан һеҙгә, хажға бара алмағандарға, Ғәрәфә көнөндә күберәк Аллаһ Китабын (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары) уҡырға, Уға, Аллаһҡа (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары) зекер әйтеү, күп итеп тәүбә ҡылыу, гонаһтарҙы ярлыҡауҙы һорап ялбарыу. Кемдең мөмкинлеге бар, шул ошо көндө ихлас күңелдән Аллаһҡа (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары) ғына бағышлап ураҙа тотоп үткәрһен.

Һәм тағы ла иҫегеҙгә төшөрәм, йә Аллаһ ҡолдары – Зөлхизә айының беренсе ун көндәре – иң бөйөк һәм иң яҡшылары. Был тик Аллаһҡа ғына ихлас йөрәктән ғибәҙәт ҡылыу өсөн тәғәйенләнгән ваҡыт, миҙгел. Тик Уға ғына ялбарыу, тик Уны ғына иҫкә алыу, Уға ғына шөкөр ҡылыу, тик Уны ғына бөйөкләү һәм ҙурлау. Шуның өсөн ошо көндәрҙә Аллаһ ризалығы өсөн Уға (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары) һеҙҙе яҡынайта торған ғәмәлдәр генә ҡылығыҙ, был намаҙ, ураҙа булһынмы, йәки саҙаҡа, йәки ниндәй ҙә булһа изге эштәр. Сөнки был ғәләмдәр Раббыһы Аллаһҡа ғына ынтылыу осоро. Әгәр һин хәҙер ынтылмаһаң, ҡасан ынтылырға йыйынаһың? Ҡасан һуң, әгәр һин ошо ваҡыт һәм осорҙа тәүбәгә килмәһәң?!

Тағын, йә Аллаһ ҡолдары! Күптәр ошо көндәрҙә Сөннәт булып торған Аллаһҡа зекер — тәхлил (лә иләһә илләЛлаһ), тәкбир (Аллаһү Әкбар) һәм тәхмид (ӘлхәмдүлиЛәһ) әйтеү һүҙҙәрен онота. Был турала Аллаһ (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары) Ҡөрьәндә әйтә:

وَيَذْكُرُوا اسْمَ اللَّهِ فِي أَيَّامٍ مَّعْلُومَاتٍ

«Һәм Аллаһты билдәле көндәрҙә иҫкә төшөрһөндәр»

Ҡөръән, сүрә «Әль — Хәджж» (Хәджж ҡылыу) 22:28

Ибн Ғәббәс (Аллаһ уның менән риза булһын) әйткән: “Билдәле көндәр” – ул Зөлхизә айының ун көнө”.

Әл-Бохари үҙенең “Сәхих” йыйынтығында Әбү Һүрәйрә менән Ғабдуллаһ ибн Ғүмәрҙең (Улар менән Аллаһ риза булһын) Зөлхизә айының ун көнөндә баҙарға сығып тәкбир әйтеүҙәре тураһында хәҙис килтерә. Һәм кешеләр, уларҙың өлгөһөнә эйәреп, шулай уҡ тәкбирҙәр әйтә башлайҙар:

اللهُ أكبرُ اللهُ أكبرُ، لا إلهَ إلَّا الله، واللهُ أكبر اللهُ أكبر، ولله الحَمد

Аллаһү әкбар, Аллаһү әкбар, лә иләһә илләЛлаһ, Аллаһү әкбар, Аллаһү әкбар үә лиЛләһил-хәмд!

Беҙ Аллаһ Тәғәләнән (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары) ошо бәрәкәтле ун көндө тик яҡшы ниәттәр өсөн генә файҙаланырға мөмкинлек биреүен һорайбыҙ. Ул беҙҙе ҡәлби тәүбәгә (таүбәтүн-насух توبة النصوح) , яҡшы ғәмәлдәргә   йүнәлтһен. Аллаһ (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары) Уға ғибәҙәт ҡылыу осорон төшөмлө һәм фәтүәле итһен. Беҙгә Үҙенә зикер һәм шөкөр ҡылыу, берәгәйле табыныу өсөн ярҙамын бирһен.