Әй, Аллаһ ҡолдары! Аллаһҡа яҡынайта торған оло һәм мөһим эштәрҙең береһе – Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан салыу. Аллаһ был ғибәҙәтте тән менән башҡарыла торған иң ҙур ғибәҙәттәрҙең береһе — намаҙ менән бәйләне һәм әйтте (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары):
فَصَلِّ لِرَبِّكَ وَانْحَرْ
«Һин Раббың ризалығына намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал».
Ҡөрьән, “Муллыҡ” сүрәһе, 2-се аят.
Әгәр Аллаһ малды ҡорбан итеүҙе һәм намаҙ уҡыуҙы бер аятта телгә алған икән, был ғибәҙәттең бөйөклөгөн күрһәтеү булып тора. Аллаһҡа яҡынайыуҙың иң бөйөк юлы — әл-удхиә — Аллаһ (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары) ризалығы өсөн Ҡорбан байрамы көндәрендә салына торған ҡорбан малы. Был беҙҙе Аллаһҡа яҡынайта торған ҡорбан салыуҙың бөйөк төрө.
Йә Аллаһ ҡолдары, был ҡорбан өсөн әжер-сауптары бик ҙур, шуға күрә Аллаһ Рәсүле (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) был ғибәҙәтте даими рәүештә башҡарған. Әнәстән (уның менән Аллаһ риза булһын) еткерелә:
ضَحَّى النبيُّ صَلَّى اللهُ عليه وسلَّمَ بكَبْشينِ أمْلَحَيْنِ أقْرَنَيْنِ
“Аллаһ Рәсүле (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) ҡорбанға мөгөҙлө ике аҡ тәкәне килтерә ине”.
(Әл-Бохари, 5565 һәм Мөслим, 1966).
Ҡорбан салыу мотлаҡмы, әллә юҡмы?
Был уңайҙан ғалимдар араһында фекер айырымлығы бар: ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, был бик мөһим Сөннәт (Сөннәт мүәҡҡәдә), уны ҡалдырмау хәйерлерәк (әгәр кеше быны ҡалдырһа – насар), ә ҡайһы бер ғалимдар был мотлаҡ эш (үәджиб) һәм әгәр кеше, мөмкинлеге була тороп был ғибәҙәт төрөн ҡалдырһа – ула ғонаһ. Сөнки Әбү Хүрәйрәнән (уның менән Аллаһ риза булһын) килгән хәҙистә Аллаһ Рәсүле (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) әйткән:
مَنْ كَانَ لَهُ سَعَةٌ، وَلَمْ يُضَحِّ، فَلَا يَقْرَبَنَّ مُصَلَّانَا
“Кем дә кем мөмкинлеге була тороп ҡорбан салмаһа, шул беҙҙең мәсеттәргә, намаҙ ҡылыу урындарына яҡынламаһын”
Әхмәд (8273), Ибн Мәджә (2123) һәм Альбани (6490). Был ғибәҙәт төрөнөң мотлаҡ булыуына ишара.
Ҡорбандың ғәмәлдә булыу шарттары
Йә Аллаһ ҡолдары! Удхиә – ул ғибәҙәт, тимәк уның үҙенең шарттары бар. Ҡорбан дөрөҫ булһын һәм уны Аллаһ (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары) ҡабул итһен өсөн шул шарттарҙы белеү кәрәк. Беренсенән, шуны белер кәрәк, ҡорбанға тик мал (бәхимәтүл әнғәм) ғына килтерелә. Сөнки Аллаһ (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары) әйткән:
وَيَذْكُرُوا اسْمَ اللَّهِ فِي أَيَّامٍ مَّعْلُومَاتٍ عَلَى مَا رَزَقَهُم مِّن بَهِيمَةِ الْأَنْعَامِ
“Махсус билгеләнгән көндәрҙә үҙҙәренә ризыҡ өсөн бирелгән ҡорбанлыҡ малды салып, Аллаһты зикер итһендәр”. Ҡөрьән, “Хаж” сүрәһе, 28-се аят. Мал рәтенә дөйә, һыйыр, кәзә, һарыҡ керә. Ҡайһы бер ғалимдар һыйырҙарға буйволды ла керетәләр (сөнки ул һыйырға оҡшаш хайуан).
Тик ошо дүрт төр малды ғына ҡорбанға килтерергә мөмкин. Әгәр кем әтәс йәки тауҡты, ҡуян йәки боланды ҡорбанға салһа – был эш ғәмәлһеҙ булыр.
Икенсенән, ҡорбанға килтерелә торған мал билдәле бер йәштә булырға тейеш. Был йәш “сәни” тип атала, йәғни, дөйә, һыйыр, кәзәгә ҡағылышлы етлеккән мал. Ә һарыҡ малына килгәндә, йәше ғәрәп телендә “джәзәғә” тип аталғанды ҡорбанға килтерергә мөмкин.
Хәҙистә Пәйғәмбәр (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) әйтте:
لَا تَذْبَحُوا إلَّا مُسِنَّةً إلَّا أَنْ يَعْسُرَ عَلَيْكُمْ فَتَذْبَحُوا جَذَعَةً مِنْ الضَّأْنِ
«Билдәле йәшкә еткән малды (мүсиннә) ҡорбанға килтерегеҙ, әгәр был һеҙҙең өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаһа. Әгәр ҡыйынлыҡтар булһа, джәзәғә йәшендәге һарыҡты салығыҙ”
(Мөслим, 1963).
Ҡорбанлыҡ малдың йәше тураһында әйткәндә, дөйә, һыйыр һәм кәзә билдәле бер йәшкә етергә тейеш. Дөйә өсөн – бише тулып алтынсы йәш киткәндә, һыйыр өсөн – икеһе тулып өсөнсө йәшкә киткәндә, кәзә өсөн бер йәш тулһа. Тәкә һәм һарыҡҡа килгәндә, Пәйғәмбәр (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) ситләтеү яһап, ҡорбанға алты айы тулған малды килтерергә рөхсәт биргән.
Өсөнсөнән, йә Аллаһ ҡолдары, мотлаҡ белер кәрәк, ҡорбанға салынған малдар дәрәжәһе буйынса бер төрлө түгел. Ҡайһылыр ҡорбан малы икенсе малдан яҡшыраҡ. Әгәр кеше ҡорбанға һарыҡ ҡараһа, асыҡ төҫлө йәки аҡты ҡараһын, сөнки Пәйғәмбәр (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) аяҡтарында һәм күҙҙәре тирәһендә ҡара таптар булған аҡ тәкәне салған. Шулай уҡ, һарыҡ һимеҙ булһа, яҡшыраҡ. Имам Ән-Нәүәүи (Аллаһтың рәхимлегендә булһын) әйткән: “Бөтә ғалимдар берҙәмлеге буйынса малдың һимеҙ булыуы хәйерлерәк”.
Дүртенсенән, шуны белеү зарур – ҡорбан салыуҙың үҙ ваҡыты бар. Әгәр һин ҡорбанды ваҡытынан иртә йәки һуң салһаң – был инде удхиә тип һаналмаясаҡ. Ҡорбан салыу ваҡытына килгәндә, ул байрам намаҙынан (сәләтүл-ғәйет) һуң башлана, сөнки был турала Пәйғәмбәр (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) әйткән:
مَنْ ذَبَحَ قَبْلَ الصَّلَاةِ فَهِيَ شَاتُ لَحْم
“Кем ҡорбанды намаҙға тиклем салһа, был һарыҡ булыр тик ит өсөн”
(Әл-Бохари, 5556, Мөслим 1961).
Йәғни, был ҡорбан удхиә тип һаналмаясаҡ һәм был турала бөтә ғалимдар берҙәм фекере – ҡорбан салыу ваҡыты байрам намаҙынан һуң башлана. Әгәр кемдер байрам намаҙы булмаған ерҙә булһа, ул ошо байрам намаҙы уҡыла торған ваҡытты көтөп торорға тейеш. Ҡорбан салыу ваҡыты ҡасан тамамлана? Дөрөҫ фекер буйынса дүрт көн дауамында ҡорбан салырға мөмкин. Беренсе көн – йәүм ән-нахр һәм артабанғы өс – тәшрик көндәре, сөнки Аллаһ Рәсүле (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) әйткән:
كلُّ أيَّامِ التَّشريقِ ذبحٌ.
“Бөтә тәшрик көндәре (Зөлхизә айының 11-се, 12-се, 13-сө көндәре) — ҡорбан килтереү көндәре”
(Әхмәд, 16797, Ибн Хиббән, 3854, әт-Табарани, 1583, әл-Бәйхәки, 10525. Ҡарағыҙ “Сәхих әл Джәмиғ” (4537).
Байрамдың дүртенсе көнөндә ҡояш байығансы, йәғни, тәшриктең өсөнсө көнөнә.
Бишенсенән, ошоно белеү кәрәк, йә Аллаһ ҡолдары, һәр малды һуйыу, хатта ул яраҡлы йәштә булһа ла, ғәмәлдә булмаясаҡ. Малдың кәмселектәре булырға тейеш түгел, сөнки ҡорбанды ғәмәлдән сығара торған кәмселектәр була.
Әл-Бара еткергән хәҙистә Пәйғәмбәр (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) ҡорбанды ғәмәлдән сығарған малда булған дүрт кәмселектәрҙе телгә ала:
أَرْبَعٌ لَا تَجُوزُ فِي الضَّحَايَا رَوَاهُ أحمد، والأربعةُ، وصَحَّحَهُ التِّرْمِذِيُّ، وابْنُ حِبَّانَ
Ҡорбанда рөхсәт ителмәгән дүрт нәмә
Ә икенсе версияһында:
لا تُجزئُ
Ҡорбанды ғәмәлдән сығарған (ҡорбанға тап килмәгән). Һәм һуңынан әйтте:
الْعَوْرَاءُ الْبَيِّنُ عَوَرُهَا
1. Ул кәкре хайуан, уның кәкрелеге асыҡ күренә (кәкре күҙле, зәғиф күҙле).
والْمَرِيضَةُ الْبَيِّنُ مَرَضُهَا
2. Ауырыу хайуан, уның сирлелеге асыҡ булһа.
Йәшерен сир булһа, зыян килтермәҫ, әммә сир асыҡтан-асыҡ булһа, һарыҡтың сирле булыуы күренеп торһа, ҡорбан ғәмәлдән сыға.
والْعَرْجَاءُ الْبَيِّنُ ظَلْعُهَا
3. Аҡһаҡ хайуан, уның аҡһаҡ булыуы асыҡ булһа (хайуан аҡһай һәм көтөүҙәге башҡа хайуандарҙан артта ҡала).
والْكَسِيرَةُ – وفي لفظ – والعجفاءُ الَّتِي لا تُنْقِي
4. Йонсоған хайуан, уның көсһөҙлөгө асыҡ күренһә.
Әгәр ҙә шул кәмселлектәр ҡорбан малында булһа, ҡорбан килтереү ғәмәлдәән сыға. Был дүрт етешһеҙлек кенә түгел, ә уларға оҡшаған йәки уларҙан да насарыраҡ булған бөтә етешһеҙлектәр ҙә. Әгәр бер күҙе генә кәкре булһа ярамай икән, ике күҙе һуҡыр булыуы бигерәк тә ярамай. Әгәр аҡһаҡ ярамай икән, аяҡтары һынған йәки өҙөлгән бигерәк тә ярамай.
Йә Аллаһ ҡолдары! Үҙемә лә һәм һеҙгә лә әйтәм. Был ҙур мөмкинселек һәм Аллаһ рәхмәте – ошо бөйөк ғибәҙәт аша Аллаһҡа (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары) яҡынайып, Уның әжер-сауабына лайыҡ булыу. Кеше үҙе һәм ғаиләһе өсөн бер һарыҡ йәки бер кәзә сала. Әгәр ҙә һыйыр йәки дөйә булһа, етенән бер өлөшөн сала ала. Йәғни, һыйырҙың йәки дөйәнең етенән бер өлөшө һинән һәм һинең ғаиләңдән булыр. Йә Аллаһ ҡолдары! Аллаһ (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары) ҡуйған был бөйөк йоланы үтәгеҙ!
Һәм мин һеҙҙең иғтибарҙы ошо ике нәмәгә йүнәлткем килә:
- Юғарыла әйтеп киткән кәмселлектәр генә зыян килтерә тип уйламағыҙ. Был кәмселлектәр ҡорбанды бөтөнләй ғәмәлдән сығара. Эйе, һеҙҙең ҡорбанығыҙ ғәмәлдән сыҡмаҫ, әгәр һеҙ һарыҡтың иң матурын һайлаһағыҙ. Матди яҡтан мөмкинлегеҙ булһа, юғары хаҡлы мал алығыҙ, Аллаһтың ризалығына һәм әжер-сауабына ынтылығыҙ.
- Ҡайһы бер кешеләр үлгәндәр исеменән ҡорбан сала (үлгән атаһынан йәки әсәһенән). Аллаһ Рәсүле (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) Сөннәтендә йә үҙе, йә уның сәхәбәләре үлгәндәр өсөн айырым ҡорбан салғаны килтерелмәй. Үҙең өсөн сал. Төп нигеҙ — тереләр өсөн, үҙең һәм ғаиләң өсөн салырға кәрәк. Ә үлгәндәрҙе ҡорбан салыу ниәтеңә, ошо әжер-сауапҡа индер.
Һәм һеҙгә әйтәм, йә Аллаһ ҡолдары, беҙ хәҙер һеҙҙең менән Зөлхизә айының ошо бөйөк ун көнөндә йәшәйбеҙ. Был йылдағы иң бөйөк көндәр, йылдағы иң яҡшы көндәр. Шул мөмкинлектән ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ, был мөбәрәк һәм бәрәкәтле ваҡытты ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Тик Аллаһ ҡына белә киләһе ошондай мөмкинлеккә тиклем йәшәрһегеҙме. Шуның өсөн ошо ваҡытты файҙалы ҡулланығыҙ, Аллаһҡа доғалар ҡылығыҙ, Уға ғына буйһынығыҙ, йыш тик Уға ғына рәхмәттәр әйтегеҙ, маҡтау һүҙҙәрен ҡабатлағыҙ, төрлө ғибәҙәттәрҙе башҡарығыҙ: намаҙ, Ҡөрьән уҡыу, ураҙа тотоу, саҙаҡа биреү, атай-әсәйең менән яҡшы мөнәсәбәттә булыу (башҡа ваҡыттан ҡарағанда тағы ла яҡшыраҡ), туғандарға, күршеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ.
Йә Аллаһ ҡолдары! Был Аллаһҡа айырым ынтылыу ваҡыты! Әгәр һин хәҙер ынтылмаһаң, ҡасан ынтылырға йыйынаһың? Ҡасан һуң, әгәр һин ошо ваҡыт һәм осорҙа Аллаһ (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары) алдында тәүбәгә килмәһәң?!
Шуның өсөн Пәйғәмбәр (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) әйтә:
ما مِن أيَّامٍ أَعظَمَ عِندَ اللهِ، ولا أَحَبَّ إلَيهِ مِنَ العملِ فيهِنَّ مِن هذِه الأَيَّامِ العَشرِ؛ فأَكثِرُوا فيهِنَّ مِنَ التَّهليلِ، والتَّكبيرِ، والتَّحميدِ.
Аллаһ өсөн юҡтыр башҡа көндәр, ошо ун көндәрҙә булған изге ғәмәлдәрҙең бөйөгөрәк һәм һөйкөмлөрәк булыуында. Шуның өсөн күберәк әйтегеҙ “Лә иләһә илләЛлаһ”, “Аллаһү Әкбар”, ӘлхәмдүлиЛләһ”
(Әхмәд, 5446, Ибн Хүмәйд, 805 һәм әт-Таһаүи, 2971).
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Аллаһ Рәсүленең (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) ошо әмерен үтәгән бер кеше лә күренмәй һәм ишетелмәй. Ә шул уҡ ваҡытта, ниндәй яҡшы хәбәр һәм шатлыҡ (бушра) ошо ғәмәлде үтәгәндәргә.
Аллаһ Рәсүле (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) әйтте:
ما أَهَلَّ مُهِلٌّ قطُّ إلَّا بُشِّرَ، ولا كَبَّرَ مُكَبِّرٌ قطُّ إلَّا بُشِّرَ، قيل يَا رسُولََ اللهِ: بالجنةِ قال: نَعَمْ
“Кем генә әйтмәһен “Лә иләһә илләЛлаһ” һүҙҙәрен, уның өсөн мотлаҡ яҡшы хәбәр, кем генә әйтмәһен “Аллаһү Әкбар” һүҙҙәрен, уның өсөн мотлаҡ яҡшы хәбәр (уны ҡыуандырырҙар)”. “(Нимә менән ҡыуандырырҙар, йә Аллаһ Рәсүле) Йәннәт менән?” – тип сәхәбәләр һорау бирә.
“Эйе” – тип яуап бирә Аллаһ Рәсүле (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын). Әт-Табарани, 7779. Ҡара “әс-Силсилә әс-Сәхихә”, 1621.
Мәймүн ибну Миһран Аллаһ Рәсүле (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) сәхәбәләрен күргән кешеләрҙең береһе, әйтте: “Тәкбир һүҙҙәрен шул тиклем күп әйтә инеләр (Аллаһты бөйөкләп күп итеп “Аллаһ Әкбәр” әйттеләр), хатта миңә был диңгеҙ тулҡындарының шаулауы кеүек тойола ине”.
Һәм белегеҙ, йә Аллаһ ҡолдары, Ғәрәфә көнө – йылдың иң яҡшы көнө. Был көндәге доға – иң яҡшыһы. Шуға күрә Аллаһ Рәсүле (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) әйтте:
خَيْرُ الدُّعَاءِ دُعَاءُ يَوْمِ عَرَفَةَ، وَخَيْرُ مَا قُلْتُ أَنَا وَالنَّبِيُّونَ مِنْ قَبْلِي:
“Иң яҡшы доға – Ғәрәфә көнөндәге доға. Ә һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы – мин һәм минән әүәл булған Пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәр:
لاَ إِلَهَ إِلاَّ اللَّهُ وَحْدَهُ لاَ شَرِيكَ لَهُ، لَهُ الْمُلْكُ، وَلَهُ الْحَمْدُ، وَهُوَ عَلَى كُلِّ شَيْءٍ قَدِيرٌ
/Лә иләһә иллә Ллаһ, үаһдәһү лә шәрикәләһ, ләһүл мүлкү үә ләһүл хәмд үә хүүә ғәлә күлли шәйин ҡадир/
Тиңдәше булмаған Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡ булған бер иләһ юҡ. Ула бар хакимлыҡ. Ул ғына маҡтауҙарға лайыҡ һәм Ул – Иң Ҡөҙрәтле” Әт-Тирмиҙи, 3585. Ҡара “Сәзиз Тәрғиб” 1536.
Аллаһ Рәсүле (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) әйтте:
صِيَامُ يَوْمِ عَرَفَةَ أَحْتَسِبُ عَلَى اللهِ أَنْ يُكَفِّرَ السَّنَةَ الَّتِي قَبْلَهُ وَالسَّنَةَ الَّتِي بَعْدَهُ
Мин өмөт итәм, Ғәрәфә көнөндә тотҡан ураҙа өсөн Аллаһ үткән йылдың һәм киләһе йылдың гонаһтарын ярлыҡар” (Мөслим, 1162, Әбү Дауыт, 2425, Әхмәд, 22650, әт-Тирмиҙи, 749, 752).
Аллаһтан (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары) беҙҙең ғәмәлдәребеҙҙе, килтергән ҡорбандарыбыҙҙы ҡабул итеүен һорайбыҙ. Аллаһтан (Ул бөтә кәмселектәрҙән азат һәм юғары) рөхсәт һорайбыҙ Тәүхид буйынса йәшәргә һәм шул юлда үлергә, рөхсәт һорайбыҙ Аллаһ Рәсүле (уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын) Сөннәтенә ярашлы йәшәргә һәм шул юлда үлергә. Аллаһ беҙҙе һәм атай-әсәйҙәребеҙҙе ғәфү итһен.
رَبَّنَا تَقَبَّلْ مِنَّا إِنَّكَ أَنْتَ السَّمِيعُ الْعَلِيمُ وَتُبْ عَلَيْنَآ إِنَّكَ أَنتَ التَّوَّابُ الرَّحِيمُ
رَبَّنَا اغْفِرْ لنا وَلِوَالِدين وَلِلْمُؤْمِنِينَ والمؤمنات يَوْمَ يَقُومُ الْحِسَابُ